Даирә
+23 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
26 Марта 2021, 05:53

Күңелле миҙгелдәр

Иҫләйһегеҙме, ул саҡта,Бесән мәле еткәндә,Гөрләп торҙо болондар,Сыңланылар салғылар.

Бесән саба ағайҙар,
Улар менән йәнәшә
Баҫҡан уңған апайҙар.
Егеттәр ҙә ҡалышмай,
Мах бирергә теләмәй.
Ошондай ҡыҙыу мәлдә
Ятып буламы өйҙә?
Көскә йөрөгән бабай ҙа
Килгән бөгөн болонға.
Күләгәлә ултырып,
Салғы тапай
"туҡ та туҡ".
Бакуй булып ятып ҡала
Йәм-йәшел һутлы үлән.
Иҫән-һау йыйырға яҙһын,
Мал-тыуарҙар
туҡ булһын.
Ҡыҙыу йәйге ҡояш та
Аңлағандай хәлдәрҙе:
Көлтәләп һибеп нурын
Киптерә үләндәрҙе.
Бесән өлгөргән, иртәгә өмә,
Китә кеше болонға.
Ауылда ҡалды ҡарттар,
Бәләкәй бала-саға.
Ҡатындар күбә һала,
Ҡыҙҙар ҡулында - тырма.
Тырмалай һәр бөртөгөн,
Бесән әрәм булмаһын.
Малайҙар ат өҫтөндә
Тарттыра күбәләрҙе.
Эҫкерт өйә ағайҙар,
Башта тора оҫталар,
Аҫтан ырғыта таҫылдар.
Ни арала төш еткән,
Аш та инде өлгөргән.
Яланда аш бик тәмле,
Сөнки усаҡта бешкән.
Ял иткәндә уйын-көлкө
Яңғыратты болондо.
Бер кем дә зарланманы,
Арытҡанын һиҙмәне.
Көтөү ҡайтып,
эш-көш бөткәс,
Ҡарттар - ҡапҡа төбөндә
Гәпләшәләр үҙ-ара.
Донъя хәлдәрен ситтә
Ҡалдырмайҙар улар ҙа.
Үрге оста гармун моңо
Йәштәрҙе елкендерә.
Ни тиһәң дә, йәшлек бит
Үҙенекен ул итә.
Шундай күңелле итеп
Ауыл халҡы йәшәне.
Һис ҡасан ауырлыҡҡа
Бер ҙә ул бирешмәне.
Мәүлиҙә Тажетдинова.
Иҫке Шәрәй ауылы.
Читайте нас