Даирә
+20 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
26 Марта 2021, 05:57

Һағынам бала саҡты

Иҫләйһегеҙме?Бала саҡта оса инек,Әйтерһең дә, күбәләк.Тау башында уйнай инек

Күмәкләшеп беҙ “әбәк”.
Иҫләйһегеҙме?
Уйнай инек “һуҡыр тәкә”
Боҙоҡ телефон, лапта.
Ә “Наза” уйнаған саҡта
Ҡайтаһы килмәй хатта.
Иҫләйһегеҙме?
Уйнай инек “йөҙөк һалыш”,
Малайҙар менән футбол
Уйҙар ғына хәҙер уйнай,
Үткәнгә юлдар юҡ шул...
Раушания ХӨСӘЙЕНОВА.
Иҫке Муса ауылы.
Фото Т.Роза
Читайте нас