Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
26 Марта 2021, 05:26

Аҡыллы булғың киләме?

Уҡығандар, ишеткәндәр бер нисек тә хәтерегеҙҙә ҡалмаймы? Бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сыға ла торамы? Улайһа, тиҙерәк фекерләү һәм хәтерҙе яҡшыртыу өсөн белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Белем сәтләүеге.
Күберәк сәтләүек ашарға тәҡдим ителә. Пекинда Циньхуа университеты белгестәре “сәтләүектә магний күп, шуға ла уны зыялыларҙың эликсиры” тип атағандар. Ул хәтер үҫтереүгә булышлыҡ итә, һәр мәғлүмәт еңел үҙләштерелә.
Төндә йоҡла!
Мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырыу өсөн кистән уҡырға һәм иртән ҡабатларға кәрәк. Америка белгестәре раҫлауынса, төнө буйы уҡыуҙан аҡыллы булып китмәйһең икән. Кешегә кәмендә 6 сәғәт өҙлөкһөҙ йоҡо кәрәк.
Итальяндар диетаһы
Мейенең “йәшлеген” оҙайтыу өсөн диңгеҙ аҙыҡтарын йышыраҡ ҡулланыу кәрәк. Аҙыҡта балыҡ, йәшелсәләрҙең булыуы мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, 36 процентҡа нервы күҙәнәктәренең эшмәкәрлеге боҙолоуынан һаҡлай.
Ҡыҙыл һәм ҡара күк
Ошо төҫтәге емештәрҙе ашау тиҙ фекерләүҙе яҡшыртырға булышлыҡ итә. Быға ҡурай еләге, ер еләге, сейә, ҡара ҡарағат һәм башҡа емештәр инә.
Фото:ru.depositphotos.com
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас