Күрше өлкә Силәбелә тыуып үҫеп, һуңғы биш йылда “Динамо СПб” командаһы составында Йәштәр хоккей лигаһында уйнаған 19 йәшлек йәш хоккейсы Тимур Фәйзетдиновтың башына шайба тейеп вафат булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Тимурҙың әсәһе Елена Фәйзетдинова улының үлемендә фажиғәгә сәбәпсе булған шайбаны ташлаған Ярославлдең “Локо” командаһы уйынсыһы Дмитрий Тювилинды ғәйепләмәүе тураһында белдерҙе.
“Мин уны бер нимәлә лә ғәйепләмәүем тураһында әйткем килә. Әлеге ваҡытта уға ла бик ҡыйын. Мин уның менән осрашырға теләйем.
Бәлки, үҫмер миңә ҡарарға ла ҡурҡалыр. Шуға күрә уның менән аңлашҡым килә. Ул хәҙер минең улым өсөн дә уйнарға, тағы ла яҡшыраҡ һәм көслөрәк булырға тейеш. Был бары тик бәхетһеҙ осраҡ ҡына булды”, - тип Елена Фәйзетдинованың һүҙҙәрен килтерә “Комсомольская правда” баҫмаһы.
Фото: vk.com/ruhockey төркөмөнән.