Даирә
+25 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
23 Марта 2021, 05:37
Ырымдарға ышанаһығыҙмы?
Көндәлек тормошта күп кенә ырым-ышаныуҙар бар. Заман үҙгәреү менән улар ҙа юҡҡа сыға бара. Әммә өлкән йәштәгеләр уларҙы үтәй әле. Мәҫәлән, аш-һыуға ҡағылышлы ошондай тыйыуҙар билдәле:
Көндәлек тормошта күп кенә ырым-ышаныуҙар бар. Заман үҙгәреү менән улар ҙа юҡҡа сыға бара. Әммә өлкән йәштәгеләр уларҙы үтәй әле. Мәҫәлән, аш-һыуға ҡағылышлы ошондай тыйыуҙар билдәле:
* Рәнйеү иң тәүҙә ризыҡтан эләгә, шуға күрә "бисмилла"һыҙ аш-һыу әҙерләмәгеҙ.
* Өҫтәлде ҡул, ҡағыҙ менән һөртөргә ярамай, фәҡирлек килә, йә тауыш сыға.
* Өҫтәлдә ризыҡ ҡалдырма, ризығың кәмер.
* Доға ҡылған ваҡытта өҫтәлдә бысаҡ булырға тейеш түгел, фәрештәләр ҡурҡа.
* Быулы ашты бора баҫмайҙар, юғиһә юл уңмай.
* Кешенән биҙрә, йә берәй һауыт алып торһаң, кире биргәндә эсенә берәй ризыҡ һалырға кәрәк.
* Тәҙрә төбөнә әйбер, тоҙ, ҡуйырға ярамай, унда фәрештәләр ултыра.
* Ашап ултырғанда ике кеше араһында бысаҡ ятырға тейеш түгел – аралары боҙола.
Ә һеҙ ниндәй ырым-ышаныстар беләһегеҙ?
Фото:
rsute.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Irimdar-a-ishana-i-i-mi-728864/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!