Даирә
+33 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
23 Марта 2021, 06:43
Ванна бүлмәһендә... янғын сыҡҡан
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уға ярҙам итә алмаған.
Белорет ҡалаһының Ленин урамындағы йортта кисә иртә менән янғын сыҡҡан.Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, өсөнсө ҡаттағы ике бүлмәле фатирҙың ваннаһына ут зыян килтергән, коридор түбәһе һөрөм менән ҡапланған.
64 йәшлек ирҙең ҡул һәм аяҡтары утта бешкән, өҫтәүенә ул һөрөм еҫе менән ағыуланған.Бәләгә тарыған ир әле ауыр хәлдә реанимацияла.
63 йәшлек ҡатындың тәне ныҡ янған, 70 процент тирәһе тән тиреһе утта бешкән, өҫкө тын алыу юлдары зарарланған. Уны реанимацияға һалғандар, тик уға ярҙам итеп булмаған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кискә табан вафат булған.
Әле янғын сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Vanna-b-lm-end---yan-in-si-an-729275/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!