Даирә
+29 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
21 Марта 2021, 06:29

"Уны нисек онотайым…"

“Беҙ тормош иптәшем менән айырылыштыҡ. Бөгөн теүәл ярты йыл... Әйтерһең дә, был ваҡыт үтмәгән дә... Йөрәкте телеп, ябылған ишек тауышы, ауыр аҙымдар һаман да ҡолаҡ төбөндә.Айырылышыуыбыҙға ул ғәйепле. Мин үҙем ғаиләмде емереүгә бер ваҡытта ла бармаҫ инем. Күп нәмәне кисерергә әҙер инем был тормошта, тик хыянатты түгел.

Беҙ осраша башлағанда, ул ябай ғына егет, ата-әсәһе менән бергә йәшәйҙәр ине. Иҫ-аҡылым менән ғашиҡ булдым. Ул да мине өҙөлөп яратты. Ун йыл бергә йәшәү дәүерендә күпте кисерҙек, бәхетле минуттарыбыҙ ҙа бихисап булды, ауырлыҡтарҙы ла күтәрҙек. Реанимацияға эләгеп, йәшәү менән үлем араһында булғанымда ла янымдан китмәне. Эргәлә ятҡан апайҙар әйтеүенсә, хатта тубыҡланып тороп йәшәүемде теләгән. Эйе, барыһы ла булды, барыһын да үттек, әммә хыянатын кисерә алманым.
Арабыҙ өҙөлһә лә, ара-тирә шылтыратып тора, былай ғына, күптәнге таныштар кеүек... Хәлдәрҙе белешә, берәйһен осратманыңмы әле, тип һорай. Аҙаҡҡы шылтыратыуында, әгәр айырылмаған булһаҡ, киләсәктә нисек йәшәр инек икән, тип һорай ҡуйҙы, пландар ҡороуын әйтте.
Шул һөйләшеүҙән һуң үҙемә тынғы тапмайым, уңалып та бөтмәгән күңел ярам ҡуҙғыны. Мин бит уны һаман бик ныҡ яратам. Ҡосағына ташланып, тормошомдо яңынан башлар инем дә бит. Тик, әлеге лә баяғы, ғорурлығымды еңә алмайым.
Әлеге мәлдә, ваҡыт үткәрер өсөн тип, бер ҡатын менән осрашҡаны ла мәғлүм. Әгәр мин теләһәм, бөгөндән барыһын ташлап йүгереп ҡайтырға әҙер икәнен тауышынан һиҙәм.
Артабан нисек йәшәргә? Беләм, башҡа берәүҙе лә улай ярата алмаясаҡмын. Шулай ғүмеремде заяға уҙғарып, яңғыҙым ҡартайырмынмы? Башта мең төрлө уй, мең төрлө һорау. Тик уларға яуап табыуы ауыр”.
(Нефтекама ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото т.роза
Миләүшә Сайтакова
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас