Вәрисовна? Ниңә Вәрисовна икән? Шәмсинур, үҙен ҡулға алып, ҡыҙҙың фамилияһын, әсәһенең исемен белеште. Күңеленә таш инеп ултырған әбей, аяҡтарын ауыр һөйрәп, бүлмәһенә кереп ятты. Ошо баланың әсәһен, киленен рәнйетте бит ул. Тәкәбберлеген, еңмешлеген еңә алмай, улы Вәристе лә юғалтты. Бәләкәй балаһын етем ҡалдырып, яҡты донъянан китеп барҙы улы. Етмәһә, кәләше икенсегә ауырлы булғанмы? Бер ҙә генә ҡыҙыҡһынманы шул ейәне, килененең яҙмышы менән. Зәримә үҙе лә ғорурлығын еңә алмағандыр, ейән-ейәнсәрҙе уға кесе улының кәләше, яратҡан килене бүләк итер, тип көтөп тик йөрөнө. Тик хыялдар буш ҡалды, өмөттәр аҡланманы. Вәрисе төшөнә бушҡа кермәгәндер, әсәһе янына ҡыҙы килеүен иҫкәртеүе булғандыр...
Альбинаның ҡарашы, йылмайыуы әсәһенеке, ә бына ҡаралығы, буйсанлығы атаһына тартҡан.
Шәмсинурҙың улдары мәктәптә яҡшы уҡыны. Олоһо Вәрис һалдат бурысын үтәп ҡайтты, төҙөлөш техникумын тамамланы. Бәләкәйе Байрас Өфөлә нефть институтында уҡыны. Уныһы атаһы кеүек аҙ һүҙле, тыныс холоҡло ине, шулай булһа ла студент сағында уҡ, ағаһынан алда өйләнергә лә өлгөрҙө. Ҡала ҡыҙын, киленен, Шәмсинур бик яратты. Үткер, баллы һүҙҙәре менән ҡәйнәһенең башын әйләндерә генә. Атаһы ҙур ғына урында эшләй, ти. Ә үҙе улы кеүек инженерлыҡҡа уҡый. Ҙурҙан ҡубып, түрә-ҡараны йыйып, туй яһанылар. Йәштәргә уҡып бөтөргә лә, фатир алырға ла ярҙам иттеләр, ҡайтҡан-киткәндәрендә күстәнәс тә мулдан һалынды.
Атаһы үлгәс, Шәмсинурҙың әсәһен үҙҙәренә күсергәйнеләр. Уның донъяһын һатҡан аҡса ла кесе улы менән килененең ҡулына күсте. Тик ни өсөндөр килен бала табырға ғына ашыҡманы.
Оло улы Вәрис һуңғараҡ үҙҙәренән 10 саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ятҡан Томбойоҡло ауылы ҡыҙын алды. Төҙөлөштә ябай эшсе булып эшләгән Зәримә улына тиң түгел! Үтә баҫалҡы үҙе, сирләшкә әсәһе яңғыҙы үҫтергән. Шул ауылдан йыш ҡына магазинға килеп йөрөгән бер танышы аша буласаҡ килене тураһында бар мәғлүмәтте туплағайны инде Шәмсинур. Ризалығын бирмәне, туй үткәреүҙән дә баш тартты.
Йәштәр ҙә ныҡыш булып сыҡты. Никах уҡытып, икеһе загста яҙылышты ла йәшәп алып китте. Стәрлетамаҡта төпләнеп, төҙөлөштә эшләнеләр. Үҙ-ара татыу йәшәнеләр, ике яҡҡа ла ҡайтып йөрөнөләр. Тик Шәмсинур килененә тәүге осрашыуҙан уҡ яҡты йөҙ күрһәтмәне. Ҡайтҡандарында Зәримә нимәгә тотонһа ла, Шәмсинур уның ҡулынан шарт тартып алыр булды. Төрлөсә кәмһетеүҙән дә тартынманы. Ейәне Иректең тыуыуы ла килененә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртмәне. Вәристең ҡәйнәһе йортонда нимәлер эшләп, ярҙам итеп йөрөүен ишетһә, туҙынды ғына Шәмсинур.
– Ни өсөн әсәй мине күрә алмай? Уның алдында ниндәй ғәйебем бар һуң? – Был һорауҙы иренә лә биреп ҡараны йәш ҡатын, үҙе лә өҙгөләнде.
Вәристең отпускыһында ауылға бесән эшләргә ҡайтҡайнылар. Зәримә уйнап арып, йоҡлап киткән улын бәләкәй өйгә индереп һалды ла ишек алдына сыҡты. Ҙур өйҙә ҡәйнәһенең Вәристе әрләгәне ишетелә.
– Нишләп бер үҙең ҡайтмай шуны эйәртәһең дә йөрөйһөң ул? Күргем килеп торамы ни? Уҡығанды, юғары белемлене алыр инең, ана ҡустың кеүек. Хәҙер ғүмер буйы өс тинлек эш хаҡына йәшә инде. Ни ауырыу әсәһенән башҡа ярҙам итер кешеһе юҡ, ауылдаштары, ана, беҙҙең ауылға бәләкәй ҡыҙын етәкләп килеп йәшәй башланы ул, “Сирләшкә Сәйҙә” тип һөйләйҙәр. Шәмсинур күреп-аралашып йәшәмәгән ҡоҙағыйын әллә нимәләр тип хурлап бөттө.
– Нимә һөйләйһең ул, әсәй. Ниңә һин бына тигән кешеләрҙе бөтөрөп ташлайһың?! Улар һинән килеп аҡса ла, ашарға ла һорамай бит, үҙ тормоштары менән йәшәй. Киленең – ейәнеңдең әсәһе бит, – Вәрис тә түҙмәй, ҡыҙып китте.
– Киленем – ул минең Ләлә, ейәндәрҙе лә бүләк итәсәк. Ә был – әллә һинең балаң, әллә юҡ. Барыбер һүҙемде һүҙ итәм, йәшәтмәйем шуның менән. – Шәмсинур артығын ысҡындырғанын аңлап, телен тешләне, әммә һуң ине.
Асыҡ ишек аша барыһын да ишетеп торған Зәримә, әйберҙәрен йыйып, йоҡлап ятҡан балаһын уятып, сығып китте. Шунан аҙаҡ оло килене был өйгә килеп йөрөмәне. Вәрис тә йортона теүәл бер йыл үткәс кенә ҡайтып төштө. Ауылда аҙна тирәһе булып, атаһына бесән әҙерләште. Ҡустыһы ла ҡатыны менән ауылда ине. Эштәрен теүәлләгән көндә атаһы, ҡустыһы менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар, бер яртыны бушаттылар. Улдары эсергә әүәҫ түгел, әммә атай кеше оло улының ғаиләһен әсәһенең ҡабул итмәгәненә өҙгөләнеп йәшәүен аңлай ине. Йөрәге яныуы баҫылыр, һөйләшеп тә ултырырбыҙ, тип ҡатынынан бер ярты һорап алды. Шәмсинурға күпме әйтеп ҡарай Вәхит, уның холҡон үҙгәртерлек түгел, үҙенекен һүҙ итеп йәшәй бирә.
Шунда ятып ҡына йоҡлаһа ла булыр ине, Вәрис ҡәйнәләренә барырға булып китте. Зәримә улы менән үҙ әсәһе янына ҡайтҡайны. Аҙна буйы уның ҡатыны, юҡ, хатта ейәне тураһында бер нимә лә һорамаған, бәләкәй килененә нисек ярарға белмәй йөрөгән әсәһенә асыуы, үпкәһе ҙур ине уның. Ҡустыһы менән аралары ике генә йәш. Ата-әсәһе уларҙың икеһенә лә тигеҙ ҡарашта булып, ҡурсалап үҫтерҙе. Нимә булды әсәһенә? Үҙен генә яратҡан, ҡулынан бер эш тә килмәгән ҡылансыҡ Ләлә килен ҡайһы яғы менән артыҡ һуң? Юҡ, ул Зәримәһеҙ йәшәй алмаясаҡ. Күптән түгел Вәрис икенсегә атай буласағын да белгәйне. Кәләшен һәм улын һағынып өлгөргән ир ата-әсәһенең, ҡустыһының “төн йөҙөндә йөрөмә, иртән барырһың” тиеүҙәрен тыңламаны, яҡындары янына ашыҡты, атаһының коляскалы мотоциклында сығып китте. Һәм артабан ҡот осҡос хәл... Шәп тиҙлек менән барғандырмы, тормоз-фәләне тотмағанмы, юлдан ситкә осҡайны улы, алған йәрәхәттәренән вафат булды. Килененән улын бик аяныслы итеп үлем айырҙы.
Вәристе һуңғы юлға оҙатып, кеше таралғас, Зәримә ҡәйнәһе ҡаршыһына килеп баҫты. Тыныс күренә ине ул. Тик былай ҙа аҡ йөҙө тағы ла ағарып киткән.
– Бына, әсәй, беҙҙе айырырға теләгәйнең. Шундай аҡыллы ул үҫтергән, тип һине яҡын күреп торҙом. Ошонда килеп, киленең булып, гел нимәлер эшләп йөрөгөм килде. Ә һин мине ниңәлер күрә алманың. Хәҙер бөтөнләй күрмәҫһең. – Зәримә ҡарап торҙо ла сығып китте. Уның ҡарашы Шәмсинурҙың күңелендә уйылып ҡалды.
Бөтөнләй күрмәҫһең, тиһә лә, Зәримә үҙҙәре тураһында белдертеп алды әле. Вәристең үлеменә ай самаһы булғандыр, “Әсәй Иректе үҙенә алып ҡайтып тормаҫмы икән?” – тип Стәрлелә уҡыған бер ҡыҙ аша әйтеп ебәргән. Әсәһен дауаханаға һалғандар, тигәнме? ...Барманы Шәмсинур. Тағы ла кирелеге еңде. Ире белһә, бәлки, барған да булыр ине, уға өндәшеп тә торманы. Үҙе килтереп ҡалдырһа ла, моғайын, алып ҡалыр ине ейәнен. Тик Зәримә килмәне.
Күрәһеләре бөтмәгән булған Шәмсинур менән Вәхиттең, кесе улдарында яман шеш таптылар. Һуңғы көндәрен йә дауаханала, йә атаһы-әсәһе янында үткәреп, ҡәҙерлеләрен ҡара ҡайғыға һалып, Байрас та яҡты донъя менән хушлашты. Исмаһам, күңел йыуанысы булырлыҡ балаһы ла ҡалманы. Ләлә килене менән дә аралары һыуынды. Уныһы Байрастың ҡырҡын уҙғарғанда ла килеүҙе кәрәк тип тапманы. Ә күп тә тормай, уның икенсе иргә сыҡҡанлығы ишетелде.
Шәмсинурҙар тормошонда эс бошорғос һоро көндәр башланды. Былай ҙа аҙ һүҙле Вәхит үҙ эсенә йомолдо, яңғыҙы ғына тыуған яҡтарына барып ҡайтты. Мал-тыуарҙары ишле, әсәһе лә олоғайҙы, 89 йәштә, уның бер үҙен ҡалдырып йөрөмәй Шәмсинур. Бик сығып йөрөмәһә лә, барыһын да күреп, ишетеп ултыра ҡарсыҡ, зиһене теүәл. Ейәндәренең үлеменән һуң биреште әбекәй, уға тиклем урам тирәһендә лә һин дә мин йөрөй ине әле. Бер көн ул Шәмсинурҙы янына саҡырып алды.
– Ултыр әле, ҡыҙым, әйтә торған һүҙҙәрем бар ине. Мине матур тәрбиәләнең, рәхмәт. Тик ҡайһы бер кешеләргә үтә мәрхәмәтһеҙһең, балам. Бер бөртөгөбөҙ булғас, иркәрәк булдыңмы? (Әсәһенең уға тиклемге балалары үлеп торған). Улай тиһәң, ҡулыңдан килмәгән эш юҡ. Быркащик булып эшләп, һауаландыңмы әллә? Был тиклем таш бәғерле булырһың икән? Анау Зәримә киленде, аҡыллы ғына баланы, ниңә рәнйетергә ине һиңә?! Араларҙы яйларға тырышты бит әле ул, йәш булһа ла. Аҡсаһыҙ интеккән сағы булғандыр, бәлки, яңғыҙ ҡатындың. Бер бөртөк ейәнеңде алып ҡайтып ҡарап тора алмаҫ инеңме ни? Ошо арандай өйөңдә балаңдың балаһы йүгереп йөрөһә, насар булыр инеме? Ғәфү үтен киленеңдән, төҙәт хаталарыңды, ейәнеңде үҫтерергә ярҙам ит. Йәйге ялдарында ауыл һауаһын һулап, янығыҙҙа йүгереп йөрөһөн. Өйөңә берәү инеп, берәү сыҡмай. Шул да булдымы тормош? Маһира апайыңдың балалары менән ҡатышып йәшә. Ана, әсәләре донъя ҡуйһа ла, тыуған нигеҙҙәрен ташламай улар, мине лә туған итеп, хәл белешеп торалар. Зинһар, башҡаса хәрәм менән булма, донъя малы йыйма. Йыйғандарың, ана, күпме? Миңә ахирәткә күсергә күп ҡалмаған. Оҡшамай тигән кешенең дә ярҙамын алыуың бар, шуны онотма.
Ошо һөйләшеүҙән һуң әсәһе оҙаҡ йәшәмәне. Заманында уҡыу эләкмәһә лә, күпте белгән, аҡыллы кеше ине ул. Тыныс ғүмер кисереп, ҡыҙы ҡулында донъя ҡуҙы. Ә бына Шәмсинурға ҡартлығы хәйерлеһе менән килмәне бит әле.
Әсәһенән һуң ире Вәхит тә оҙаҡ торманы. Бер нисә тапҡыр инсульт үткәргән ир һуңғыһынан китеп барҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡан Шәмсинур шулай япа-яңғыҙ ҡалды. Баҡса, мал-тыуар, йорт эштәре менән булып көнөн үткәрҙе, яҡындары янына зыяратҡа барып әйләнде.
Вәристең ҡәберендә янып торған ҡыҙыл ҡәнәферҙәр ята ине. Килене килеп киткән! Көн буйы уйланып йөрөгән Шәмсинур түҙмәне, таң менән тороп, Стәрлетамаҡҡа юлланды. Әсәһенең васыятын үтәгеһе килдеме, яңғыҙлығы үҙәгенә үттеме?
“Зәримә Себер яғына күсеп китте”, – тинеләр уға ул йәшәгән дөйөм ятаҡта. Өлгөрмәне, поезд киткәйне. Был донъяла Шәмсинурҙы япа-яңғыҙ ҡалдырып киткәйне...
...Йәйҙәр ҙә матур итеп һаубуллашты. Урамда өйөрөлөп-бейеп япраҡтар ҡойола. Шәмсинур ҡарттар йортонда икенсе көҙөн ҡаршылай. Альбина ла матур ғына эшләп йөрөй. Зәримә кеүек ул да үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Аҡ халаты үҙенә бигерәк килешеп тора. Өләсәй менән ейән-ейәнсәр хәҙер бер-береһен белә. Шәмсинур унан Ирек хаҡында һорашты. Өфө дауаханаларының береһендә табип булып эшләй икән ейәне. Уҡып бөтмәҫ элек үк өйләнгән, ҡыҙы бар, ти. Зәримә килене өләсәй ҙә икән хәҙер. Шулай инде, шунсама ғүмер үткән бит, атаһы үлгәндә килененең ҡарынында ҡалған Альбина ла, ана, буй еткереп, үҙаллы эшләп йөрөй.
...Оло йәштәгеләр көнөн ҡарттар йортонда ҙур байрам итеп уҙғаралар. Был юлы ла ҡотланылар, урындағы мәктәп уҡыусылары концерт ҡуйҙы. Байрам ашынан һуң Шәмсинурҙар бүлмәһенә йылмайып Альбина килеп керҙе.
– Әйҙә, йыйын, өләсәй, һине ҡунаҡҡа алып ҡайтам, – тине ул.
Өләсәй тиме? Кит инде, был һүҙҙе лә ишетер көнө булған икән! Шәмсинур ни тиергә белмәне, күҙенән йәштәр атылып сыҡты.
– Юҡ, ҡыҙым, бара алмайым, – тине, бер аҙ торғас. – Һеҙҙең алда ғәйебем ҙур. Хатта һинең, ейәнсәремдең, донъяла барлығын да белмәй йәшәгәнмен бит. Әсәйеңә лә мине күреү еңел булмаҫ. – Ризалашманы Шәмсинур. Бер аҙҙан Альбина тағы керҙе янына, был юлы директор ҡатын менән.
– Әсәйем шылтыратты. Иректәр ҙә килде, көтәбеҙ, ти. Тышта машина көтә, өләсәй.
– Эйе, Шәмсинур апай, ялға барып килә алаһығыҙ яҡындарығыҙға, – тип уға директор ҡатын да ҡушылды.
Ейәне Иректе күреү теләге оятын еңде шикелле. Шәмсинур кейенеп, яйлап ҡына атлап Альбинаның артынан сыҡты. Машина эргәһендә оҙон буйлы йәш кеше тора. Альбинаның дуҫлашып йөрөгән егете икән.
Нисек ҡаршы алырҙар икән? Зәримәнең ире нимә тип торор? Юл буйы төрлөһөн уйлап килде әбей.
Нижневартовск ҡалаһы.