Даирә
+8 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
19 Марта 2021, 11:19

Советтар Союзы Геройы Алексей Калгановтың 100 йыллығы билдәләнә

25 март яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Алексей Нестерович Калгановтың тыуыуына 100 йыл.

Алексей Калганов 1921 йылдың 25 мартында Яңы Ҡуғанаҡ ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, тыуған колхозында эшләй, һуғыш башланып бер йыл үткәс, фронтҡа китә. 282-се гвардия айырым танкка ҡаршы-истребитель артиллерия полкының орудие командиры була. Гвардеец Калганов өлкән сержант званиеһына тиклем күтәрелә, 1944 йылда ВКП(б)/КПСС сафына инә, Воронеж, Брянск, Үҙәк, 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша. Үҙ-үҙен аямай, ҡыйыу һуғыша, яралана, контузия ала. Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, II һәм III дәрәжә Дан ордендары, миҙалдар менән наградлана.
Командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн гвардия өлкән сержанты Калгановҡа Ленин ордены һәм “Ҡыҙыл Йондоҙ” миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Яу йылдарында күрһәткән ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге алдында баш эйәбеҙ, сикһеҙ ғорурланабыҙ, өлгө алабыҙ.
Советтар Союзы Геройы Алексей Калгановтың 100 йыллығы айҡанлы Иҫке Бәпес ауылында тантаналы митинг үтте. Сарала геройҙың туғандары Александр Калганов һәм Василиса Калганова, район Советы рәйесе Ринат Шайбәков, Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азамат Ғәйфуллин, мәктәп уҡыусылары, Иҫке Бәпес ауылы халҡы ҡатнашты. Сара һуңында һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Артабан ҡунаҡтар ауыл мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәрҙәр һәм мәктәп уҡыусылары әҙерләгән концерт номерҙары ҡараны.
Читайте нас