Дүртөйлө районында мал урлап байығырға теләгән дүрт ирҙе енәйәт өҫтөндә тотҡандар. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итә.
Төндә Дүртөйлө – Көшөл трассаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бик шикле ике “Нива”машинаһын туҡтатырға була. Шикләнеү раҫҡа сыға, баҡһаң, ирҙәр автомобилгә тағылған арбаға урланған һыйыр тейәп, аҙаҡ һатып, аҡса эшләргә ниәтләгән.
23, 24 һәм 31 йәшлек ирҙәр йәшертен рәүештә урындағы фермерҙың хужалығына инеп, һыйырын урлап сыға. Асыҡланыуынса, быға тиклем дә ҡырын эш менән шөғөлләнгән булғандар, бер һыйырҙы һуйып һатырға өлгөргәндәр.
Фермер малының юғалғанын белеп ҡала. Енәйәттә ғәйепләнеүселәр тиҙ тотола, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.