Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
18 Марта 2021, 11:17

“Беҙҙең маҡсат – халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу”

Кемдер фәнни ҡаҙаныштары, кемдер спорттағы йәиһә ижадтағы уңыштары менән дан алһа, улар араһында районыбыҙ һәм республикабыҙ, халыҡтың имен көнкүреше хаҡына көн һайын хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Бәлки, хеҙмәттәре бик күренеп тә бармайҙыр, ләкин, ысынында ул бик мөһим һәм кәрәкле. “Водоканал” йәмғиәтенең директоры Фәнис Мазһар улы Ғәзизов менән әңгәмәм - был коллективтың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге тураһында.

Добавить в предпочтительные источники Google
- Фәнис Мазһар улы, һеҙ был өлкәлә оҙаҡ эшләйһегеҙме? Һеҙҙең предприятие ҡара­мағына ниндәй объекттар ҡарай?
- Мин йәмғиәттә 1999 йылдан бирле эшләйем. Беҙ Ҡырмыҫҡалы, Ҡарлыман, Константиновка, Һәүәләй, Урал, Алексе­евка, Яңы Аҡташ ауылдарында йәшәүсе яҡынса 4000 абонентты һыу менән тәьмин итәбеҙ. Был йәмғеһе 177 километр һыу торбаһын, 22,5 километр кана­ли­зация юлда­рын хеҙмәтләндерәбеҙ, тигән һүҙ.
Шулай уҡ 28 күп фатирлы йортто йылылыҡ, электр уты, һыу менән тәьмин итеү, вентиляция юлдарын, ҡоҙоҡтар таҙар­тыу, канализация, түбәләр алмаш­тырыу, уларҙы ҡышын ҡарҙан, боҙбар­маҡтарҙан таҙартыу эше лә беҙҙең бурысҡа инә.
- Башҡарылған эштәрегеҙ хаҡында һөйләһәгеҙсе?
- Уҙған йылда “Водоканал” йәмғиәте һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү маҡсатында дөйөм күләмдә 2852 мең һумлыҡ эш башҡарҙы, шуның 2582,6 мең һумы - үҙ иҫәбебеҙҙән. Ҡырмыҫҡалы, Ҡарлыман, Константиновка, Урал ауыл­дарындағы һыу торбаларына капиталь төҙәтеү үткәрҙек, Һәүәләй, Шайморатов, Ҡырмыҫҡалы һыу йыйыу урындарында насостар алмаш­ты­рылды, район үҙәген­дәге Рафиҡов ура­мында канализация селтәренә капиталь төҙәтеү эшләнде һәм башҡа эштәр башҡарылды.
- Авария-төҙөкләндереү эштәре хеҙмәт­кәрҙәре ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Ғөмүмән, һеҙҙең эштә иң ҡат­марлыһы нимә?
- Слесарҙар гидравликаны, металдар технологияһын белергә, һыҙымдарҙы аңлар­ға, боҙолған урындарҙа диагностика үткәрергә, авария хәлдәренән сығыу планын эшләй белергә тейеш.
Иң мөһиме – бысраҡтан һәм һыуҙан ҡурҡмаҫҡа, сөнки беҙҙең эштә иң ҡат­мар­лыһы - һалҡында һәм һыу менән эшләү. Ҡышҡы ваҡытта бигерәк тә ауыр. Һыу һыуыҡ, ҡулдар өшөй. Машинала ултырып йылынып алырға ла артабан эште дауам итергә кәрәк.
Авария булыу сәбәпле, тотош бер биҫтә һыу­һыҙ ултырған ваҡытта ауырлыҡ тура­һында уйламайһың, эште иртәгәгә ҡал­ды­рыу юҡ, аҙағынаса алып барып еткерергә кәрәк.
- Барлыҡ был эштәрҙе команда менән эшләргә кәрәктер, моғайын? Һеҙҙең коллек­тивта нисә кеше эшләй?
- Әлбиттә. Беҙҙең йәмғиәттә барлығы 28 хеҙмәткәр эшләй. Ике бригада сле­сар­ҙарҙан, бригадирҙан, водителдән, иретеп йәбеш­те­реү­сенән тора.
Уларҙың һәр береһе эште айырып тормай. Иретеп йәбештереүсе лә, кәрәк икән, ҡаҙый ҙа, торбалар ҙа алмаштыра, һыу менән дә булыша. Ҡыҫҡаһы, барыһы ла үҙ эшенең оҫталары. Улар рәтендә байтаҡ йылдар эш стажына эйә булған участка мастерҙары Зәбир Хәсәнов, Шакир Шәмсебаров, слесарҙар Дамил Таһиров, Альфред Насибуллин, Ринат Кәбиров, Эльвир Әминов, Илдус Әминев, тракторсы Раил Халиҡов, водитель Рәфил Ҡолғониндарҙы атар инем.
- Һәр өлкәлә проблемаларһыҙ булмай...
- Йылдан-йыл эшләү ҡатмарлаша, сөнки 30-40-ар йыл ятҡан торбалар сереп бөтөп бара. Уларҙы алмаштырып бөтөү өсөн йылына унар километр торба алмаштырырға кәрәк. Ә быға беҙҙең мөмкинлегебеҙ юҡ. Халыҡтан йыйған аҡса ғына бик аҙ. 40 проценты ғына электр сығымдарына китә.
Беҙҙә эшләү бик ауыр, шуға түҙемлеләр генә йөрөй. Сүп-сарҙы, бысраҡты, һыуҙы көрәктәр, биҙрәләр менән таҙартырға кәрәк. Күп кешегә бындай эш оҡшамай.
- Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?
- Уҙған яҙ пандемия булыу сәбәпле, эшселәребеҙ дезинфекция эштәре менән мәшғүл булып, күп уйланылған эштәр башҡарылмай ҡалды. Быйыл иһә подъездарҙы төҙәтергә, электр буйынса эштәрҙе башҡарырға, отмосткалар ҡуйырға ниәтләйбеҙ.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт, Фәнис Мазһар улы. Һеҙгә ауыр эшегеҙҙә артабан да уңыштар юлдаш булһын, байрамығыҙ тыныс үтһен.
Гөлсәсәк Аласова.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас