Даирә
+29 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
16 Марта 2021, 11:22

Йәйге лагерҙар быйыл нисек эшләр?

Йәйге ялға 76 меңдән ашыу баланы йәлеп итеү планлаштырыла.

Өфө мэрияһында йәйге балалар лагерҙарының нисек эшләйәсәге тураһында һөйләнеләр. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова әйтеүенсә, баш ҡала биләмәһендә 271 балаларҙы һауыҡтырыу һәм ялды ойоштороу ойошмаһы эшләйәсәк, 248 уйын майҙансыҡтары булдырыласаҡ. Барыһы ла күҙәтеү органдары талаптарына ярашлы асыласаҡ.
Йәйге ялға 76 меңдән ашыу баланы йәлеп итеү планлаштырыла. Барыһынан да элек йәйге ял һәм һауыҡтырыу кампанияһы хәүефһеҙ булырға тейеш.
Санитария-эпидемиология ҡағиҙәләренә ярашлы, лагерь хеҙмәткәрҙәре смена ваҡытында бер ҡайҙа ла биләмәнән сығып китмәйәсәк, лагерҙар ял итеүселәр менән яртылаш ҡына тулыландырыла. Занятиелар һәм туҡланыу төрлө отрядтар өсөн айырым ойоштороласаҡ.
15 ҡала яны лагерында 8 520 бала ял итәсәк, ете муниципаль лагерҙа ауыр тормош хәленә юлыҡҡан ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 417 бала өсөн смена ойоштороласаҡ. Йәй еткәс, баш ҡалала “Ҡалала йәй” социаль проектын тормошҡа ашырыу башланасаҡ.
Һорауҙарығыҙ булһа, ошо телефон номерына шылтырата алаһығыҙ: 8-347-279-12-76.
Фото:Den-v-shkole.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Y-yge-lager-ar-biyil-nisek-eshl-r-718815/
Читайте нас