Даирә
+30 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
16 Марта 2021, 11:45

Указға йәнә үҙгәреш индерелде

Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 25 мартҡа тиклем ғәмәлдә ҡала.
Премьер-лига клубтары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионаты, Континенталь хоккей лигаһы, профессиональ спорт командалары араһындағы Рәсәй чемпионаттары матчтары, шулай уҡ башҡа рәсми ярыштар һәм спорт сараларында сикләүҙәр юҡ, тик санитария-эпидемиология ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү талап ителә.
Кинотеатрҙар, театр-концерт берекмәләре, мәҙәниәт йорттары һәм бүтән ошондай объекттар санитария талаптарын һәм “Роспотребнадзор” тәҡдимдәрен теүәл үтәү шарты менән тулы ҡеүәтенә эшләй башлай.
Шул уҡ ваҡытта мәктәп ашханаларының һыйҙырышлылығы әлегә 85 проценттан артмаҫҡа тейеш.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ukaz-a-y-n--g-resh-inderelde-719249/
Читайте нас