Даирә
+19 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
16 Марта 2021, 09:23

Ҡотҡарыусыларға көн төшкән

Был март айы әҙәм йөрөмәҫлек юлдары менән хәтерҙә ҡалыр инде...

Март бурандары Көйөргәҙе районында ла хакимлыҡ итте, бурай-бурай ҡар яуҙы. Юлдар әҙәм йөрөмәҫлек булып көрткә сумды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, районда ете кеше ултырған ике еңел машина юлда батҡандан һуң ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән.
Маячный ауылынан Санйын ауылына тиклем ҡар баҫҡан юл участкаһына ҡотҡарыусыларҙы ике тапҡыр ярҙамға саҡырғандар. Бер машинаны көрттән сығара алмай аҙапланғандар. Өс пассажирҙың береһе- бала. Автомобилде “тотҡонлоҡтан” тартып сығарырға тура килгән.
Юлдағы икенсе машина ватылған булған.Унда дүрт пассажир ултырған, береһе - 11 йәшлек бала. Ҡотҡарыусылар был автомобилде лә һөйрәтеп юлға сығарырға ярҙам иткән.
Фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ot-ariusilar-a-k-n-t-shk-n-711132/
Читайте нас