Даирә
+30 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
16 Марта 2021, 17:45

Инвалидты тәрбиәләгән өсөн түләү артырмы?

Инвалидты тәрбиәләү, айырыуса инвалид балаларҙы, бала саҡтан I төркөм инвалиды булып танылғандарҙы һәм I төркөм инвалидтарын көн һайын ҡарау – физик яҡтан да, психологик яҡтан да үтә ауыр хеҙмәт

Яңыраҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында инвалидтарҙы тәрбиәләгән өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе арттырыу тураһында закон проекты ҡаралды. Ошо законға ярашлы, инвалидты тәрбиәләгән, әммә эшләмәгән хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешегә айлыҡ аҡсалата түләү ҡаралған. Сығымдар федераль бюджеттан бүленә.

Инвалидты тәрбиәләү, айырыуса инвалид балаларҙы, бала саҡтан I төркөм инвалиды булып танылғандарҙы һәм I төркөм инвалидтарын көн һайын ҡарау – физик яҡтан да, психологик яҡтан да үтә ауыр хеҙмәт. Ғаилә ағзаларына йыш ҡына эштәрен ташларға, ғүмерҙәрен ярҙамға мохтаж яҡындарын тәрбиәләүгә бағышларға тура килә. Инвалидты тәрбиәләгән, эшләмәгән хеҙмәткә һәләтле йәштәге кешегә айлыҡ компенсация түләүе 2008 йылдың 1 июлендә 1200 һум күләмендә билдәләнде. Шунан бирле был сумма үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Көнө инвалидты тәрбиәләгән кешегә тәғәйенләнгән түләүҙәрҙең индексацияланмауы, үтә аҙ булыуы депутаттарҙы ҡәнәғәтләндермәй, улар ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшыртыу яғында.

ЛДПР фракцияһы депутаттары инвалидтарҙы тәрбиәләү­селәр рәтенә пенсионерҙарҙы ла индереү яҡлы. Улар фекеренсә, йыл һайын индексацияланасаҡ айлыҡ түләүҙәр 2022 йылдағы хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәленә – 13 мең һумға тиң булырға тейеш. Парламентарийҙар был ғәҙел фекерҙе яҡлап сыҡҡанда, закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарау өсөн ебәреләсәк.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото: ИА «Башинформ»
Читайте нас