Даирә
+20 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
16 Марта 2021, 09:47

Ҡатынын ҡотҡарам тип...

Алданған ҡатынын бәләнән ҡотҡарам тип, Мәләүез районында полиция начальнигы...

Мәләүез районында юғары вазифа биләгән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре бик тә күңелһеҙ мажараға тарыған. Әлеге ваҡытта уны һәм ҡатынын башбаштаҡлыҡта һәм вазифауи вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләйҙәр.
Ә хәл былай булған. 2018 йылдың февралендә урындағы полиция бүлеге начальнигы ҡатынына күптәнге танышы мөрәжәғәт иткән. Баҡһаң, ул эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә уйлаған һәм әхирәтенән үҙ исеменә дөйөм суммаһы 420 мең һумға еткән бер нисә кредит алыуын үтенгән.
Аяҡ кейеме асырға ниәтләгән “бизнесмен” ханым полицейский ҡатынын инандыра алған, кредитты бер тотҡарлыҡһыҙ түләп барырмын, тип анттар биргән. Әммә һөҙөмтәлә барыһы ла киреһенсә килеп сыҡҡан: “эшҡыуар” ханым бурысын түләмәгән, ә бер ни тиклем ваҡыттан һуң хатта бәйләнешкә лә сыҡмай башлаған.
Күптән түгел иһә был “бизнесмен” йоратын Мәскәүҙә ҡулға алғандар, уға ҡаршы “Мутлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әммә танышынан алданған ҡатын унан үҙенсә үс алған: ул юғары вазифа биләгән иренән ярҙам һораған һәм төп башына ултыртҡан ханымдың магазинынан тотҡарлыҡһыҙ инеп, мөлкәтен алырға ниәтләгән.
Алданған ҡатынын полицейский ҙа йәлләгән, күрәһең: ул үҙенең ҡул аҫтында эшләгән бер нисә хеҙмәткәр менән бергә 2019 йылдың ғинуарында үрҙә телгә алынған магазинға ингән һәм 380 пар ҡиммәтле аяҡ кейемен алып сығып киткән. Унан ирле-ҡатынлы икәү был тауарҙы үҙ мәнфәғәтендә теләгәнсә файҙаланған. Әйткәндәй, аяҡ кейемдәренең дөйөм хаҡы 1,6 миллион һумға баһалана.
Башҡортостан прокуратураһында белдереүҙәренсә, ғәйепләнеүселәр ғәйебен таныған. Полицейский һәм уның ҡатынының мөлкәтенә 770 мең һумлыҡ суммаға арест һалынған, был зыянды ҡаплау өсөн тотоноласаҡ.
Тиҙҙән енәйәт эшен Мәләүез район суды ҡараясаҡ. Башбаштаҡлыҡ менән шөғөлләнгән полицейскийҙың мажаралары буйынса Эске эштәр министрлығында ла эске тикшереү уҙғарасаҡтар.
Фото: d2lxnqjjgohlq9.cloudfront.net
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/news/atinin-ot-aram-tip-718808/
Читайте нас