Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
16 Марта 2021, 17:57

Ә ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы... Дауамы

...Тәрән уйға ҡалған Нурзиләне стенаға эленгән сәғәт телдәре ҡапыл һиҫкәндереп ебәрҙе: киске сәғәт һигеҙ тулған ине.

“Мин һине күптән, студент саҡтан уҡ яратам бит, Нурзилә! Шул ваҡытта уҡ һинең менән бергә булғым килә ине, тик шул үҙемдең баҙнатһыҙлығым... Иҫләйһеңме? Һин Өфөгә университетҡа уҡырға ингән йылдың көҙөндә беренсе курстағылар өсөн махсус кисә ойошторғайнылар..." - тип Мораҙымдың был һүҙҙәренән Нурзилә бөтөнләй өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡалды. “Ул мине күптән белә икән.. Ә мин... Нишләп бөтөнләй хәтерләмәйем һуң?..”
- Кисә лә, бөгөн дә ҡар яуыуын оҙаҡ күҙәттем, - тип һүҙен дауам итте Мораҙым. – Улар янымда ынйылай өйөрөлдө. Тик бына һин, ғүмер буйы яратҡан кешем, эргәмдә түгел... Ә бөгөн янымдаһың! Үҙеңде сикһеҙ яратыуым хаҡында студент саҡта әйтә алмағайным, был мөмкинлекте әле яҙмыш үҙе бүләк итте! Уҡыған саҡта һин бит миңә хатта күҙ ҙә һалмай инең. Сибәр, мыҡты кәүҙәле, татлы һүҙле, отҡор Байтимер булғанда, мин кем инде?! Шым ғына ярата бирҙем. Эх, шул саҡта барлыҡ ҡыйыулығымды туплап, һөйөү хистәремде белдерһәм... бәлки, яҙмышым да бөтөнләй икенсе булыр ине. Ә хәҙер... Һине яратырға ла ярамай, бары был хаҡта хыялланырға ғына ҡала, Нурзилә...
Эйе, ул саҡта Байтимерҙең тышҡы матурлығына, ҡыйыулығына, матур һүҙҙәренә алданып, эргәһендәге башҡаларҙы күрмәне лә шул Нурзилә. “Эх, йәшлек... Ҡайтһаң ине кире шул саҡҡа. Бәлки, тормошом бөтөнләй икенсе булыр ине...”
- Университетта диплом алғанда ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан торған ҙур гөлләмәне “серле егет”тән тип тапшырғайнылар. Ул һин инеңме әллә? – тип шым ғына һораны ҡатын, ирҙең һағышлы күҙҙәренә бағып.
- Эйе, мин инем. Аҙаҡ һин кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағанда ла курьер аша шундай уҡ гөлләмә ебәргәйнем. Ғүмер буйы һине ситтән күҙәттем, ситтән ҡарап яраттым. Шуға ошонда, атай-әсәйеңдең баҡсаһы эргәһендә, ер һатып алырға йөрьәт иттем. Ул саҡта ҡатыным менән айырылышҡайным. Ул минең кемделер яратыуымды һиҙҙе, быны ғәфү итә алманы. Балаларыбыҙ ҙа булманы...
Икеһе лә йәнә шым ҡалды. Ә ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы... Әллә күпме ваҡыт үткәндәй булды ошо тынлыҡта. Унан ҡапыл Мораҙым телгә килде: “Әйҙә, Нурзилә, бөгөнгө осрашыу йәһәтенән ҡалалағы ресторанға барайыҡ. Хәҙер такси саҡыртам”. “Юҡ, килешмәҫ. Мин бит кейәүҙәмен. Өйҙә ирем көтә”, – тине ҡатын. “Бер хилафлыҡ та юҡ, Нурзилә. Етмәһә, бөгөн – минең тыуған көнөм. Уны һинең менән бергә үткәргем килә. Ошо – берҙән-бер хыялым, зинһар, ҡаршы килмә...”
Ирҙең ҡарашынан тулҡынланған Нурзилә “юҡ” тип әйтә алманы.
....Тышта көслө ел дә, туҡтауһыҙ яуған ҡар ҙа бер аҙға тынып ҡалғандай. Хатта ҡалалағы шау-шыу ҙа артыҡ ишетелмәгәндәй. Был ваҡытта Нурзилә менән Мораҙым ресторан эргәһендә ине инде.
- Зинһар, бер минут ҡына көтөп тор әле, Нурзилә, – тип Мораҙым кинәт ҡайҙалыр китеп барҙы. Оҙаҡ та үтмәй, кире ҡатындың ҡаршыһына килеп баҫты. Ә ҡулында - ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан торған ҙур гөлләмә!.. "Иң бәхетле көнөм бөгөн, Нурзилә! Ул бәхетте һин бүләк иттең!" - тип ир күҙҙәренән йәш атылып сыҡҡан ҡатынды сәскәгә күмде...
Улар ресторанға инеп, өҫтәл янынан урын алды. Ә эргәлә генә... Байтимер бер сибәр ханымға һөйөүен белдерә ине... Башҡаларҙы күрер хәлдә лә түгелдәр. Иренең асыҡтан-асыҡ ишетелгән һүҙҙәре Нурзиләнең мейеһен быраулап инде: "Мин һине генә яратам! Саҡ ҡына көт... Бына бөгөн ҡайтҡас уҡ ҡатынға барыһын да әйтәсәкмен! Иртәгә үк бергә буласаҡбыҙ, йәнем!.."
Был һүҙҙәрҙе ишеткән, Нурзиләнең кисерештәрен йөрәге менән тойған Мораҙым уны йәһәт кенә урамға алып сыҡты. Тышта һаман да яуған ҡар ҡатынды ҡапыл аңына килтерҙе, саф һауа һулышын иркенәйтеп ебәрҙе. "Тыныслан, Нурзилә. Мин һине шундай ныҡ яратам!.." - тип шыбырлап, һөйгәнен йылы ҡосағына алды Мораҙым. Ҡатын ҡапыл тынысланып, иркен тын алып, иргә йылмайып ҡараны, ҡосағына нығыраҡ һыйынды...
Йәнгә үткән ел тынған ине. Ә ҡар һаман яуҙы ла яуҙы. Бер-береһен тапҡан йәндәргә ап-аҡ бәхет юраны...
Фото: fotostrana.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас