Тәүлек эсендә сирҙең яңы 125 осрағы теркәлгән. Дөйөм алғанда Башҡортостанда 30559 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылды. Сирлеләрҙең 5 меңдән ашыуы өйҙәрендә амбулатор дауа ала, 267 кеше – дауаханаларҙа ята. 228 кешенең хәле уртаса ауырлыҡта, 30 кеше ауыр хәлдә. Максим Забелин белдереүенсә, өлкән йәштәге сирлеләр һаны кәмегән. Стационарҙарҙа дауаланған кешеләрең 9-ы ғына 75 йәштән өлкән. Уларҙың хәле тотороҡло.
Республикала ковид-сирлеләр өсөн 2068 урын бар, уларҙың 76 проценты тулған.
– Коронавирустан вакцинация дауам итә. 111 мең кешегә прививканың беренсе компоненты һалынды, икенсеһе – 65 мең кеше, – тине Максим Забелин.
Уның сығышанын һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Һандар буйынса хәл хөрт түгел, инфекция сигенә кеүек. Тик минең күңелдә хәүеф бар. Илебеҙ тирәләй булған хәл ҡурҡыта. Ҡайһы бер илдәр йәнә ябыла башланы, ныҡлы карантин иғлан ителде. Күрше ҡайһы бер төбәктәрҙә лә көнөнә 200-250 кеше сирләй. Беҙҙә кешеләр әҙерәк сирләһә лә, үлем осраҡтары кәмемәй. Мине быларҙың барыһы ла борсой. Беҙҙең аэропорт халыҡ-ара йүнәлештәргә лә оса. Иҫкәртеү саралары кәрәк, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, Өфө аэропортында килгән пассажирҙарҙы COVID-19-ға тикшерә башлаясаҡтар. Тикшереү һайлап башҡарыласаҡ.
Фото: promdevelop.ru
Автор: Альфия Мингалиева.