Масса әсеп, күпереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата 1 стакан ҡайнап торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 граммдай үҫемлек майы ҡушабыз. 1 аш ҡалагы тулыр- тулмаҫ тоҙ. Тағы ла 10-15 минутҡа ситкә ҡуйып торабыҙ, күпсеп сыҡҡансы. Шунан әсе kоймаkты ҡоя башлаhаң да була. Мин бер ыңғай ике табала ҡоям.
Ҡалын табанлы табаларҙа ҡойоу отошлораҡ. Табаларҙы майламайым, бешкән kоймаkтарҙы hыйыр майы менән майлап, kатлап hалып барам. Ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә күренмәле ҡоймаҡтар килеп сыға.