Даирә
+25 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
14 Марта 2021, 08:32

Был инәйҙе танымайһығыҙмы?

Ул урам буйлап өҫкө кейемһеҙ йөрөп ята...

Өфөләге Сипайлово биҫтәһендә өлкән йәштәге ҡатын табылған. Ул урам буйлап өҫкө кейемһеҙ йөрөп ятҡан.
Инәйҙе битараф булмаған кешеләр өйөнә йылынырға алып ҡайтҡан.
Әлеге ваҡытта социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша уның фотоһын тараталар. Инәй үҙенең ҡайҙа йәшәгәнлеген иҫләй алмай икән. Исем-шәрифен Валентина Романовна Миронова тип әйткән.
Башҡаларҙан да был фото менән уртаҡлашыуҙы һорайҙар. Бәлки, туғандары уны таныр һәм алып ҡайтыр...
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас