Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
14 Марта 2021, 12:38

Ә ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы...

Ҡатын Мораҙымдың һөйләгәндәрен кинәнеп тыңланы ла тыңланы. Был мәлдә ул хатта ҡалала иренең көтөүе хаҡында ла онотҡайны...

8 Март байрамы үтте-үтеүен, тик Нурзиләнең күңеле һаман болоҡһоу, кәйефе бөтөнләй юҡ. Әле лә ҡолағында бер үк һүҙҙәр яңғырай: “Бер нәмәгә лә эшкинмәйһең! Хатта ашарға ла тәмле итеп бешермәйһең! Йүнһеҙ!”
Ире был һүҙҙәрҙе йыш әйтә, тик бына улар байрам көнөндә лә яңғырағас, ҡатынға ныҡ ауыр булды. “Иххх... Заяға үтеп бара бит ғүмерем... Бер ҡәҙер-хөрмәт юҡ. Ә мин бит тырышмайым түгел, тырышам... Ана күрше ҡатынға ире рауза гөлләмәһе генә түгел, бүләген дә йәлләмәне...”
Нурзилә шундай уйҙарға бирелеп ултырҙы ла ғинуарҙа бәйләй башлаған шәленә тағы тотондо. “Яҙмыш – һәр кемдең ҡулында, тиҙәр. Минең дә бәхетле йәшәүгә хаҡым бар бит...” Ҡапыл ҡатындың күҙ алдына баҡсаларындағы күрше ир Мораҙым килеп баҫты. Һиҫкәнеп китте ул...
Йәкшәмбе иртән тәгәрмәсле ҙур сумкаһын һөйрәп туҡталҡаға ҡарай йүнәлде Нурзилә. Яҙ ҙа етте, ҡыш буйы бармаған баҡсаһына юлланды ул. "Бәлки, күрше ҡатын да өйҙәлер. Ул йыл әйләнәһенә шунда йәшәй бит. Уға ла инеп хәлен белешермен", - тип уйлап алды...
Тик бына ире Байтимер генә, һәр ваҡыттағыса, һөйләнә: “Кемгә кәрәк һинең сәскәләрең? Йәй буйы ыҙалап үҫтергән картуф менән помидорҙы ла күрше баҙарҙан да һатып алып була. Магазинда йәшелсә-емеш бөткәнме? Аҡса эшләйһең бит, һатыр ҙа алырһың...” Эйе, бер ҡасан да аңламаны Нурзиләне ире. Ғаиләләрендә бар ауырлыҡтар тиерлек - ҡатын иңендә. Шуға Нурзилә баҡсаға ла үҙе генә йөрөргә күнеккән. Бөгөн дә, ялда сағында, барып әйләнмәксе булды.
Яҙ һулышы бында, ҡалалағы шау-шыу ҙа юҡ... Эргә-тирәләге ағастар ҙа ҡояштың нурҙарын ирәйеп таратыуын көтөп кенә тора. “Бына бында, исмаһам, рәхәт! Бер кем дә көнө буйы мыжымай. Атай-әсәйемдән ҡалған ер! Анау баҡсалағы өйҙө лә атайым күтәргәйне бит! Шул саҡта ул: “Ҡыҙым, ошо йорт һәр ваҡыт мине хәтерләтеп торһон. Зинһар, бер үк ерҙе һатып ҡуйма. Уның иң ҡәҙерле нәмә икәнлеген хәтереңдән сығарма. Ер кешене ашата, туйындыра”, - тигәйне. Анау йәмле яҙ, йәй һәм көҙ көндәрендә тирә-яҡты йәмләп ултырған сәскәләрҙе әсәһе ултыртҡайны. “Күп йыллыҡтарҙы үҫтерергә яратам. Улар ғүмерҙең оҙон булыуын теләү кеүек”, – тип әсәһенең әйткән һүҙҙәрен дә йыш хәтерләй Нурзилә.
Эйе, ҡатындың атаһы менән әсәһе бик татыу йәшәне. Өс балаһын да һөйөү-хөрмәттә үҫтерҙеләр. “Ҡыҙым, ниндәй генә эште атҡарһаң да, намыҫ менән үтә. Иң мөһиме - бар күңелеңде һал. Ғүмер бер генә, уның ҡәҙерен бел, бәхетле йәшә”, – тип өйрәттеләр. Тик бына ҡатын бәхетен ҡайҙан алырға? Балалар ни үҫте лә үҙ ояһын ҡорҙо. Нисек тормоштан йәм табырға?
Байтимеренә бер күреүҙән ғашиҡ булып, яратып кейәүгә сыҡҡайны Нурзилә. Быға шаһиттар, һеҙ бәхет өсөн генә яратылған, тигәйне. Тик бына иренең ҡырыҫлығы, тәкәбберлеге, үҙен ҡырыҫ тотоуы, һаранлығы тора-бара ҡатындың күңелен тамам ташҡа әйләндерҙе. “Бынау байрамда бер генә сәскә булһа ла бүләк итә ала ине бит. Тормош ошондай ваҡ ҡына шатлыҡтарҙан әүәлә...”
Ҡатын ҡапыл күршеһе Мораҙымды күреп ҡалды. Ул баҡсаһынан ҡайтышмай: ҡыш та, йәй ҙә шунда. Яңғыҙ кешегә бында еңелерәктер: эш менән үтә ял көндәре. Ул арала: “Һаумы, Нурзилә! Һин дә бындамы ни?!” – тип ҡысҡырҙы әллә ҡайҙан Мораҙым. Ҡатын уға йылмайып, сәләмләп ҡул болғаны ла баҡсаһындағы йортҡа инеп китте. Тулҡынланғайны...
Көн тиҙ үтте. Баҡсала эш һәм уйҙары менән артыҡ мауығып киткән, тиҙ генә әйберҙәрен алып һуңғы автобусҡа йүгерҙе.
Ул арала ныҡлап ҡар яуа башланы, көслө ел сыҡты. Ә көткән автобусын алыҫтан ғына күреп ҡалды Нурсилә. Аптырағас, баҡсаға кире барайым тип боролғайны, аптырап ҡалды. Күршеһе шәп-шәп атлап ҡаршыһына килә... “Нурсилә, көн насарланды, көслө ел сыҡты, өшөп бөтәһең бит. Әйҙә кире ҡайт. Шифалы бал, ҡарағат ҡайнатмаһы менән сәй эсербеҙ. Бынау һалҡын көндә сирләп ҡуйма инде...”
...Мораҙымдың хуш еҫле үләндәрҙән яһалған сәйен тәмләп эсте Нурзилә. Һәр йотомо күңеленә шифа биргәндәй. Ҡатын ирҙең һөйләгәндәрен кинәнеп тыңланы ла тыңланы. Беренсе тапҡыр үҙен яҡлаулы, һаҡлаулы итеп тойҙо. Ә тышта ҡар туҡтауһыҙ яуҙы ла яуҙы... Уға ҡушылған көслө ел ҡатындың күңелендәге ауыр йөктө, шик-шөбһәләрен, ҡурҡыуын, гүйә, осороп алып китеп аҙаштырҙы. Был мәлдә ул хатта ҡалала иренең көтөүе хаҡында ла онотҡайны, телефоны ла һүнгән ине...
Фото: fotostrana.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас