Даирә
+19 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
12 Марта 2021, 07:32

Ҡыҙҙар - тормош биҙәктәре

Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда байрам алдынан уҙғарылған "Мисс Растишка-2021» бәйгеһе балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә иҫтәрендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Иҫ киткес матур күлдәктәрҙә төрлө конкурс шарттарын үтәгән кескенә ҡыҙҙар был көндө байрамдың биҙәктәре булды.

Береһенән- береһе матур визиткалар, ижади номерҙар, ҡул аҫтындағы материалдарҙан тегелгән күлдәктәрҙә дефиле күрһәткән ҡыҙҙар барыһын да таң ҡалдырҙы. Улар шиғыр һөйләргә лә, йырларға һәм бейергә лә, зирәк яуаптар уйлап табырға ла маһир булып сыҡтылар. Уларҙы хупларға тип килгән ата-әсәләре, ағай-апайҙары, һеңле-ҡустылары һәр сығышты алҡыштарға күмеп оҙатты.
Әлбиттә, жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңел булманы. Тамашасылар һөйөүен Сафина Бикҡужина яулаһа, Лера Киселева “Мисс Растишка” тип билдәләнде. Төрлө номинацияларға лайыҡ булған 8 бәйгесенең барыһы ла дипломдар менән бүләкләнде, таждар кейҙерелде һәм таҫмалар тағылды.
Бәйгелә ҡатнашырға әҙерләгән уҡытыусы Ғәлиә Хафизоваға барлыҡ ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Ә ҡыҙҙарға инде был бәйге артабан да үҙ көстәрен һынау өсөн этәргес булһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас