Даирә
+19 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
11 Марта 2021, 16:19

Юдиндарҙы эҙләүҙе туҡтатҡандар

Салауат ҡалаһында йәш парҙың - Юдиндарҙың сәйер рәүештә ғәйеп булғаны хаҡында хәбәр иткәйнек.

Туғандарының юғалыуы хаҡында апалары белдерә. Әйтеүенсә, уға кискеһен балалар баҡсаһынан тәрбиәсе шылтыратып, Юдиндарҙың улдарын килеп алмауын хәбәр иткән.

Ир менән ҡатындың телефонға яуап бирмәүе, ҡуртымға алған фатирҙарында ла булмауы, ишек алдындағы машиналарының да урынында тормауы яҡындарын ысын мәғәнәһендә хафаға һала. Улар тиҙ арала полицияға, ирекмәндәргә хәбәр итеп, эҙләү ойоштора.

Бәхеткә, төнгә ҡарай ирле-ҡатынлының табылыуы хаҡында хәбәр килә. Улар иҫән, әммә ниндәйҙер бик күңелһеҙ хәлгә тарығандар - ныҡ итеп туҡмалғандар, тип хәбәр итә "КП-Өфө" яңылыҡтар порталы. "Әлегә ваҡиғаның сәбәптәрен үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ, барыһын да асыҡларға кәрәк", - ти Еленаның апаһы. Ул шулай уҡ туғандарын эҙләүҙә ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәтен еткерә.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас