Даирә
+23 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
11 Марта 2021, 04:18

Өфөлә баҫҡыстар "йырлаясаҡ"!

Йәш әүҙемселәрҙең был башланғысына ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ?

Хәҙерге заман йәштәре нимә генә уйлап тапмай! Өфөнөң бер төркөм әүҙемселәре Европа ҡалаларындағы кеүек арт-объект тураһында хыяллана. Рәсәйҙә бындай берҙән-бер миҫал Ставрополь ҡалаһында бар.
Әгәр ҙә ошо проектты тормошҡа ашырып булһа, Өфөлә йырлай торған баҫҡыс барлыҡҡа киләсәк. Идеяның авторҙары – һигеҙ кеше, һәр кемдең үҙ бурысы. Мәҫәлән, Светлана Власова ойоштороу мәсьәләһен хәл итһә, Диана Хәлитова спонсорҙар эше өсөн яуап бирәсәк.
"Фортепьяно рәүешендәге баҫҡыстың һәр тупһаһына баҫҡан һайын көй яңғыраясаҡ. Бындай социаль проекттар кәйефте күтәрә, тормошҡа йәм өҫтәй, - ти идея авторы Диана Хәлитова. - Әлегә бындай объекттар Европала ғына. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 300 мең һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ. Баҫҡыстар ни тиклем күберәк, аҡса ла шунса күберәк талап ителә. Әле спонсорҙар эҙләйбеҙ".
Музыкаль объект “Болоттар” сәнғәт үҙәгендә урынлашасаҡ. Идеяның апрелдә үк тормошҡа ашырылыуы ихтимал. Проект сәләмәт тормошто популярлаштырыуҙан тыш, өфөләрҙе хәҙерге заман ижадына йәлеп итеүгә булышасаҡ, тип иҫәпләй әүҙемселәр. Баҫҡыстар ҡайһы композиторҙарҙың әҫәрҙәрен башҡарыр, кемдәрҙең йырҙарын яңғыратыр, оҙаҡламай белербеҙ.
Фото: BashNews.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/f-l-ba-istar-yirlayasa-709094/
Читайте нас