Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Март 2021, 10:55

Желатиндан битлек

Желатин тире ҡатламын шымартыу, йәшәртеү, бысраҡтан арындырыу көсөнә эйә. Был аҡһым матдәнең үҙен генә файҙаланғанда ла була, ә һөт, лимон, бал ҡушып ебәрһәң, уның тәьҫире тағы ла нығыраҡ көсәйә. Шулай итеп, желатиндан битлек рецептарын тәҡдим итәбеҙ.

Мөһим кәңәш! Был битлектәрҙе эшләрҙән бер көн алда уҡ желатинға аллергия бармы-юҡмы икәнен тест үткәреп, тикшереп ҡарарға кәрәк.

Йомшартыусы, туйындырыусы битлек

Кәрәк: бер ҡалаҡ желатин порошогы, берәр балғалаҡ бал, зәйтүн майы. Желатин өҫтөнә йылы һыу ҡойоп, шыйыҡ хәлгә еткәнсе йылытырға. Бал менән зәйтүн майын өҫтәп болға­тырға. Тән йылы­лығына етеп һыуынған массаны биткә һөртөп, ныҡлап кипкәнен көтөргә. Ипләп кенә һыҙырып алырға. Был саҡта тире ҡытыршы өлөшсәләрҙән арына, таҙара һәм файҙалы матдәләргә лә байып ҡала.

Һырҙарға ҡаршы

Кәрәк: бер-ике ҡалаҡ желатин, 100 миллилитр һөт. Желатинды таҙа һауытҡа һалып, өҫтөнә һөт ҡоябыҙ ҙа талғын утта бер туҡ­тауһыҙ болғата-болғата йылыта­быҙ. Тән йылылығына етерлек кенә булып һыуынғанын көтәбеҙ. Уғаса битте таҙартып йыуабыҙ. Йылымыс ҡына желатинды биткә һөртөп, 30–40 минутҡа ҡалдырабыҙ. Йоҡа ғына тиресә рәүешендә кипкән желатинды ипләп кенә һыҙырып алабыҙ.

Фото: rus.bc-makeup.com
Автор: Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: