– протеиндар, аминокислоталар. Үҫемлектән алынған матдәләргә өҫтөнлөк бирелә. Бындай крем тирене тиҙерәк яңырта, организмды үҙ коллагенын, эластинын етештереүгә көйләй. Һөҙөмтәлә тиренең тығыҙлығы арта;
– А, Е, С витаминдары. Был матдәләр организмдағы әселәнеү күренешенә ҡаршы тора. Һырҙарҙы яҙып, уларҙы “йәшерә”, тимәк, кешенең сырайы йәшәрә төшә;
– пептидтар. Был компоненттар эпидермисҡа тәрәнгә үк үтеп инеп, күҙәнәктәрҙә матдәләр алмашыныуын көйгә һала.
Шулай итеп, магазинда крем йә башҡа уға оҡшаш әйбер һатып алғанда, иренмәй генә составына ла күҙ һалығыҙ.
Фото: pixabay.com