Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Март 2021, 11:50

Быйыл ниндәй пальтолар модала?

Яҙғы-көҙгө пальтолар - ҡатын-ҡыҙ гардеробында мөһим урынды алып тора. Уны һатып алғанда нисек яңылышмаҫҡа? Был кейемде бер йылға ғына алмайһың бит, хаҡтар ҙа юғары. Заманса ла, шул уҡ ваҡытта миҙгел үтеү менән моданан сыҡмай торған варианттарҙы барлайбыҙ.

Шулай итеп, быйылғы миҙгелдә классик варианттар көнүҙәк, тип белдерә модельерҙар. Шуларҙың береһе - ике ҡаушырмалыһы. Уның ҡыҫҡаһы ла, оҙоно ла трендта. Тағы ла зауыҡлыраҡ булһын өсөн затлы тиренән яғаһы булғандарын алырға ла була.
Букле һәм кешмир – пальтолар өсөн идеаль туҡыма. Быйыл яҙ айырыуса букле пальтоларға иғтибар итеү фарыз. Был туҡыманан тегелгәндәре йылы ла, тиҙ ҙә туҙмай.
Фасондарға килгәндә, халат моделле пальтолар популярлыҡ яулай бара. Уларҙың билбаулы булып, билде күрһәтеп тороуы уңышлы. Был моделде нәзәкәтле итектәр менән дә, кроссовкиҙар менән дә кейеп йөрөп була.
Оверсайз моделдәр, әҙерәк ҙурыраҡ булып төшөп торғандары, мода өлкәһендә һаман алдынғылар рәтендә. Кәүҙәне ҙур күрһәтә тип яңылышаһығыҙ, дөрөҫ аяҡ кейеме, салбарҙар менән тап килтереп кейгәндә, бик матур һәм модалы күренә улар.
Тура ҡыҫҡа пальтолар шулай уҡ салбар менән уңышлы. Улар буйы тәпәш ҡатын-ҡыҙҙарға бигерәк тә килешә.
Шотланд стилендәге шатрашлы туҡыманан тегелгән пальтолар бик сағыу һәм фактуралы күренә. Бындай пальтолар ябыҡ ҡыҙҙарға ла, тулыраҡ кәүҙәлеләргә лә берҙәй килешә. Шуныһы һәйбәт, уны бер ниндәй башҡа аксессуар менән тулыландырыу кәрәкмәй, былай ҙа матур, зауыҡлы. Шуныһын иҫтән сығармау мөһим: кәүҙә ҙурыраҡ булған һайын, шаҡмаҡтар вағыраҡ булырға тейеш.
Шулай уҡ төҫтәргә килгәндә, ҡыҙыл, ҡуйы ҡыҙыл, һороноң төрлөләре, терракот, шәмәхә һәм бик ҡысҡырып тормаған аҡһыл һоро, алһыу, һөт төҫөндәгеләрҙе һайлап отолмаҫһығыҙ.
Фото: palto_051.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: