Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Март 2021, 10:15

"Ауырып киттек беҙ..."

Гүзәл Уразова сабыйы менән дауаханаға эләккән. Уларға ни булған?

Башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы Гүзәл Уразованың дүртенсегә әсәй булыуы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Күптән түгел генә Инстаграмдағы сәхифәһендә йырсы ҡыҙы Ариананы йырлай-илай йоҡлатыуы тураһында бик матур видео урынлаштырғайны. һуңғы ваҡытта дуҫтары уны юғалтҡан икән. Баҡтиһәң, Гүзәл Уразова үҙенең бәпәйе менән дауаханаға эләккән. Был хаҡта йырсы Инстаграм битенә яҙған һәм ире Илдар төшөргән видеояҙманы ла урынлаштырған.
"Беҙҙе юғалтҡанһығыҙ икән. Ауырып киттек бит әле", - тип тә яҙған.
Социаль селтәрҙәге дуҫтары йырсыға һәм уның сабыйына тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләгән һәм бик күп комментарийҙар ҙа ҡалдырған.
"Гел видеоға төшмәгеҙ әле, көс йыйығыҙ", "Иртәрәк урамға сыҡтығыҙ, буғай. 40 көнө үтмәйенсә, урамға сығырға ярамай тиҙәр, күрәһең, дөрөҫтөр инде", һәм башҡалар.
Нисек кенә булмаһын, беҙ ҙә яратҡан йырсыбыҙҙың тиҙерәк һауығып сығыуын һәм байрамды ғаиләһе янында, өйҙә ҡаршы алыуын теләйбеҙ.
Фото: Гүзәл Уразованың шәхси альбомынан.
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: