Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Март 2021, 13:39

Ҡатындар киллер яллаған

Берәүһе хатта улына ошо енәйәтте башҡарырға тәҡдим иткән.

Ишембай ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге тарафынан йыйылған дәлилдәр нигеҙендә, Ишембай һәм Салауат ҡалаларында йәшәгән өс ҡатындың кеше үлтереүсене яллауы иҫбатланып, ғәйеплеләргә тейешле хөкөм сығарылды. Улар ике һәм унан да күберәк кешене, шул иҫәптән баланы, үлтереү өсөн киллер яллауҙы ойоштороу, шулай уҡ уны ҡылыуға булышлыҡ итеүҙә ғәйепле тип табыла.
Был ваҡиға янында детектив кинолар ары торһон. Ишембай ҡалаһында йәшәгән 56 йәшлек ҡатын иренең икенсе ҡатын менән йөрөүен белеп ҡалған. Ҡыҙғаныуы эсенә һыймаған ҡатын көндәшен һәм ярты йәшлек балаһын үлтертергә ҡарар итә. Үҙенең планы тураһында туғанына һөйләй, ул иһә Салауат ҡалаһындағы баҙарҙа эшләгән танышы аша енәйәтте башҡарыусыны табырға кәңәш итә. Был ҡатын да 250 мең һумға киллер табырға вәғәҙә бирә. Унан һуң ошондай уҡ енәйәт өсөн хөкөм ителгән улына 220 мең һумға заказды үтәргә тәҡдим итә. Әммә ир әҙерләнгән был енәйәт хаҡында тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итә. Махсус оператив операция барышында хәүеф аҫтында булған ҡатын менән баланың юғалыуын ялғанлап ойоштороп, уларҙы һаҡлауға алалар. Көндәшенән һәм уның улынан ҡотолдом тип уйлаған ҡатын һеңлеһенә заказ үтәүсегә аҡсаны бирергә ҡуша һәм аҡсаны тапшырған саҡта уларҙы ҡулға алалар.
Хөкөм ителеүселәр ғәйептәрен өлөшләтә таный.
Суд енәйәтте ойоштороусыны – туғыҙ йылға иркенән мәхрүм итә, ә ике әшнәһе һигеҙ йылға һәм һигеҙ йыл да бер айға дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырасаҡ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: