Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Март 2021, 23:15

“Аҡса әрәм итеп, сәскә алаһы булма!

Бынан бер нисә йыл элек, 7-семе, 8-семе мартта, әхирәтем ҡунаҡҡа саҡырҙы. Байрам уңайынан гөлләмә алайым әле тип, сәскә магазинына индем. Ә унда...

кибеттең эсе тулы ир-егет! Кемеһелер консультант ҡыҙҙарҙан сәскә һайлауҙа ярҙам һорай, икенселәре әҙер букеттарҙы ҡарай, өсөнсөләре бүлмә гөлдәре һатылған бүлектә мәж килә.
Әхирәтемдең гөл яратыуын белгәнгә мин дә шул бүлеккә үттем. Шау сәскәгә күмелгән миләүшәләр, азалиялар, примулалар, бүлмә раузалары күҙҙең яуын алып ултыра. Янымда ғына бер ир-егет тә гөл һайлай. Әле – береһен, әле икенсеһен тотоп ҡарай. Шул саҡ тегенең ҡатыны янға килеп баҫты ла:
– Һин кемгә һайлайһың был гөлдө? – ти.
– Һиңә! Байрам уңайынан...
– Эйе, шул ғына етмәгәйне! Былай ҙа аҡса етмәй! Һин бер эшкинмәгән сәскәгә аҡса түгергә йөрөйһөң. Кәрәкмәй! Алаһы булма! – тип ҡатын пыр туҙып, эргә-тирәлә кеше бар тип тә тормай, ирен әрләп ташланы. Бахыр ир ҡулындағы гөлөн кире кәштәгә ҡуйып, шым ғына сығып китеү яйын ҡараны.
Ҡәҙерле әхирәттәр! Ир-егеттәрҙең матур ынтылыштарын һүндермәйек. Бына был осраҡта ла шул ағай ҡатынына үҙе һайлаған гөлдө алһа, тегеһе ихлас күңелдән рәхмәтле булып ҡабул итһә, икеһенең дә кәйефе күтәрелер ине. “Рәхмәт инде, күптән ошо гөлдө алырға хыяллана инем!” – тип тә өҫтәһә, тегеһенең дә күңеле булыр ине.
Ә һеҙ был осраҡта ирегеҙгә нимә тип әйтер инегеҙ? Аҡсаға мохтажлыҡ кисергән сағығыҙ булһа, сәскә бүләк итергә теләгән ирегеҙҙе тыйыр инегеҙме?
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в