Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Март 2021, 13:20
Республикала ҡот осҡос авария...
Архангел районында электричка менән еңел автомобиль бәрелгән. Ҡорбандар бар...
Байрам алды кәйефе ҡырылды. Бөгөн республикала таң менән ҡурҡыныс авария теркәлде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария иртә менән Архангел районында, көйләнмәгән тимер юлы аша үтә торған ерҙә була.
Унда Куйбышев тимер юлының 22-се километрында, Ҡарламан менән Приуралье станциялары араһында электричка менән "Лада Калина" еңел автомобиле бәрелешә. Билдәле булыуынса, электричка Инйәрҙән Стәрлетамаҡҡа юлланған була. Уның эсендә пассажирҙар булмаған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урында өс кешенең ғүмере өҙөлә. Ә ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ике кеше (водитель һәм пассажир ҡатын) һәләк булған, бер кеше ауыр хәлдә. Әлегә уларҙың шәхестәре тураһында тулы мәғлүмәт юҡ.
Әлеге ваҡытта урында ҡаланың барлыҡ ашығыс хеҙмәттәре эшләй. Яғыулыҡ ағыуы осрағы теркәлмәгән.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Respublikala-ot-os-os-avariya-703988/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла