Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Март 2021, 16:19

“Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайтабыҙ!”

Һоҡланғыс та, илаһи ҙа гүзәл заттарға арнап тантана үткәрелде.

Кисә “Торатау” конгресс-холында яҙ һәм матурлыҡ байрамы тантана итте. Бында Башҡортостаныбыҙҙың алдынғы ҡатын-ҡыҙҙары – хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, әсәләр, апайҙар, инәйҙәр һәм ҡыҙҙар тәбрикләнде. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрам менән ҡотланы һәм бик матур концерт күрһәтелде.

“Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Бары­ғыҙҙы ла иң матур яҙғы байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә ҡарап һоҡланам, күңелдәр яҡтырып китә. Был байрамды бөтәбеҙ ҙә көтөп ала. Һеҙ тормошто тәрән мәғәнә менән тулы­ландыраһығыҙ. Мөхәббәт, матурлыҡ, наҙлыҡ мөхите булдыра беләһегеҙ. Ҡаһарманлыҡҡа ҡанатландыраһығыҙ, ғаилә усағын һаҡлайһығыҙ. Әсәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ. Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт”, – тине ул.

Радий Хәбиров сәхнәлә ултырған ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙы айырым билдәләп үтте. Улар араһында табиптар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре булды. Тәүгеләрҙән булып ул Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто баш табибы Зөһрә Гурова һәм уның коллективына рәхмәтен белдерҙе. Уларҙы республикала алдынғыларҙың береһе тип баһаланы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена Морозова ла – үҙ эшенең оҫтаһы. Ул бар күңелен, йөрәк йылыһын балалар тәрбиәләүгә һала.

– Елена Морозованың уңыштары федераль кимәлдәге “Рәсәйҙең йыл тәрбиә­сеһе” конкурсында ла билдәләнгән. Бар көсөн балаларҙы тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға арнаған педагог Ирина Саутинаны ла телгә алғым килә. Ул – Салауат ҡалаһындағы 1-се лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Былтыр ул “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” конкурсы финалы лауреаты булып танылды, – тине Радий Хәбиров.

Айырым ҙур рәхмәт һүҙҙәрен республика етәксеһе күп балалы әсәләргә еткерҙе. Уның белдереүенсә, былтыр Башҡортостанда 407 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Һигеҙ ғаилә “Ата-әсә ҡаһарманлығы” дәүләт награ­даһына лайыҡ булған.

Радий Фәрит улы Баҡалы районынан килгән Светлана Викторованы айырым телгә алды. Ул уҡытыусы булып эшләй, Баҡалы ауылының 2-се мәктәбендә өлкән вожатый. Шул уҡ ваҡытта ете балаға ғүмер бүләк иткән гүзәл зат та. Уларҙың ғаиләһе былтыр үткәрелгән “Йыл ғаиләһе -2020” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүсеһе тип танылған.

– Шундай ҡанатлы һүҙҙәр бар “сит балалар булмай”. Алты етем бала тәрбиәләгән Куликовтар ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡ. Пандемия осоронда, уларҙың әсәһе Елена Куликова “Бәхет биләмәһе” фонды менән берлектә уллыҡҡа бала алған ғаиләләргә ярҙам иткән. Рәхмәт һеҙгә ҙур һәм изге йөрәгегеҙ өсөн, – тине Радий Фәрит улы.

Бынан тыш төбәк етәксеһе мәҙәниәт өлкәһендә ҙур көс һалған Гөлдәр Моратованы, күп балалы ирекмән Майя Ишмәтованы, эшҡыуар Анастасия Ғиниәтуллинаны, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, табип һәм ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге етәксеһе Римма Үтәшеваны билдәләп китте. Уларҙың исемендә республиканың барлыҡ егәрле, уңған, фиҙакәр, тырыш ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәт әйтте һәм артабан да республикабыҙ мәнфәғәтендә тырышып эшләүҙәрен һораны.

– Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Һеҙҙең күңел йылыһы яҙ ҡояшы кеүек көн һайын беҙҙең йөрәктәрҙе йылыта. Беҙгә, ирҙәргә, яҡшыраҡ булырға һәм донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итәһегеҙ. Иң изге теләктәремде ҡабул итегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, изгелек, бәхет, мөхәббәт теләйем. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ! Байрам менән, – тип тамамланы ул сығышын.

Республика етәксеһенең сығышынан һуң залда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам концерты башланды. Унда республикабыҙҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, билдәле йырсылар һәм бейеүселәр, ил кимәлендәге конкурстар еңеүселәре сығыш яһап, байрам кәйефен тағы ла нығыраҡ күтәрҙе.

Тантаналы сараға 400-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ саҡырылғайны. Алдан әйтеүебеҙсә, улар үҙ ҡала һәм райондарында, предприятие һәм коллективтарында алдын­ғылар рәтендә. Байрамға килгән гүзәл зат вәкилдәре бик ҡәнәғәт ҡалды.

– Көн бер ни тиклем болотло кеүек булып торһа ла, конгресс-холл янына килеү менән ул күтәрелеп китте. Хәрби кейем кейгән йәш кадеттар тыштан уҡ йылмайып ҡаршы алып тора, ҡыҙыл келәмдәрҙән үҙебеҙҙе йондоҙ итеп тойоп, инеү менән сәскәләр гөлләмәһе килтереп тотторҙолар. Бындағы мөхит шундай тантаналы һәм матур. Шунда уҡ байрам кәйефе тойолдо, ысынлап та, илебеҙгә яҙ килә һәм ул тап ошо байрамдан башлана бит, – тине респуб­ликаның Прокуратураһы вәкиле Наталья Рәхмәтуллина.

Уның һүҙҙәренә республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Фәниә Нафиҡова ла ҡушылды.

– Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ошо тиклем юғары кимәлдә ойошторолған матур сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуым. Һәр ҡатын-ҡыҙ һоҡланыуға, уның эшен һәм булмышын танып, ҡабул итеүгә, яраты­лыуға мохтаж. Был сара күптәребеҙ өсөн илһам сығанағы булып торасаҡ. Һуңғы йылдарҙа власта ҡатын-ҡыҙ артты, был яҡшы күренеш. Беҙ бит яуаплыраҡ, намыҫ менән эшләйбеҙ, ҡарарҙарҙы уйлап ҡабул итәбеҙ, – тине ул.

“Чернобыль” инвалидтары ойошмаһы вәкиле Гүзәлиә Михеева концертҡа һоҡланыуын йәшерә алманы.

– Шул тиклем кәйефем күтәрелде. Ойоштороу кимәле бар яҡтан да үтә юғары. Ныҡ ҡәнәғәт ҡалдым. Ә ул концерт! Яратҡан йырсыларым Айҙар Ғәлимов, Фәдис Ғәниев, Әнүәр Нурғә­лиев, Гөлназ Асаева булды. Йәштәр һәм балалар ҙа ныҡ ҡыуандырҙы. Ошондай байрам, унда мине лә баһалап саҡыр­ғандары өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт. Артабан эшләүгә ныҡ ҡанатланып ҡайтам, – тине ул.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/d-rtl-nep-anatlanyp-aytaby-/
Читайте нас: