Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Март 2021, 12:23

Бишбүләктә үҙенсәлекле заправка асҡандар

Эшҡыуар субсидияны уңышлы файҙаланған

Бишбүләк ауылында урындағы эшҡыуар электромобилдәр өсөн заправка асҡан. Әлегә ауылда уның менән бары дүрт кеше файҙалана. Ошо хаҡта һөйләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова.
– Инновациялы технологиялар үҙәгендә түгел, ә нәҡ бында, Нефтекаманан һуң икенсе булып, электромобилдәргә көс туплау буйынса заправка станцияһы асылды! Эшҡыуар Рим Ғәҙелшин бирелгән субсидияны уңышлы файҙаланып, ауыл өсән үҙенсәлекле майҙансыҡ асты, – тип яҙа ведомство етәксеһе.
Бишбүләк халҡы эшҡыуарҙың был тәҡдимен хуплаған. Һәм улар был эшмәкәрлекте “был әкәмәт түгел”, ә “ваҡыт һулышы” тип яҙа.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ тәҡдимен хуплау” милли проекты бойомға ашырыла. Уға ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә субсидиялар бүленә.
Фото: социаль селтәрҙән
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Bishb-l-kt--ens-lekle-zapravka-as-andar-703642/
Читайте нас: