Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Март 2021, 17:32

Ат уйнатып алдан бара

Пандемия булыу сәбәпле, оҙаҡ ваҡыт­лы тәнәфестән һуң Рәсәй театрҙары үҙ эшен яңырта башланы.

17 мартта М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә ғүмер­ҙәрен Еңеү өсөн биргән генерал Миң­ле­ғәли Шайморатов һәм легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының дан­лы кавалеристары иҫтәлегенә арналған “Ат уйнатып алдан бара!” тигән яңы постановка ҡуя.
Сценарийҙың авторы – Зөһрә Бу­ра­ҡаева, режиссер-постановкалаусы - Хөр­мәтулла Үтәшев, рәссам – Альберт Нес­теров, хореограф – Рәйес Низа­мет­динов, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Урал Иҙелбаев, консультант-та­рихсы - Салауат Хәмиҙуллин. Проекттың худо­жест­во етәксеһе – Айрат Әбүшахманов.
Башҡортостанда генерал Шай­­­мо­ратов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары тураһында белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Уҙған йылдың 30 мар­тында илебеҙ Президенты Вла­димир Путин Указы менән Миң­леғәли Минһаж улына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Әлеге исем бирелгәнгә тиклем үк генерал Шайморатов респуб­ли­кала халыҡ батыры булараҡ бил­дәле ине. Ул етәкселек иткән дивизия иң ауыр һуғыш йылдарында фашистарҙы тар-мар итеүҙә иң ҙур өлөш индергән. Яҡта­шы­быҙ үҙ иленең патриоты, Ва­танға тоғ­ро­лоҡ һаҡлаусы булараҡ таны­лыу яулаған. Башҡорт кава­лерис­тары­ның ҡаһар­ман­лығы һәм батырлығы тураһында леген­далар йөрөй. Дивизия командиры һу­ғыш­сыларҙы үҙ өлгөһөндә тәрбиә­ләүсе­ләрҙән була. Полковник Шай­­мо­ратов үҙ ғүмере хаҡында уйла­ма­йынса, һәр ваҡыт ҡуйылған бурысты үтәргә ашыға.
Төп ролдәрҙә - Артур Кәбиров (Шай­моратов ролендә), Сара Буранбаева (уның әсәһе), Зиләрә Юлтаева (Бәҙәр Йосопова), Ринат Баймырҙин (Таһир Кү­симов), Азат Вәлитов (эскадрон ко­ман­диры), Айҙар Шәмсетдинов (эскад­рон командиры), Фирғәь Ғарипов (ге­нерал Борисов), Руслан Хайсаров (Кон­стантин Симонов), Азат Хөсәйенов (аҡһаҡал), Сәғиҙулла Байегетов (ҡурай­сы Хужәхмәт), Лилиә Ғәлина (Ғәлиә), Фәнис Рәхмәтов (Сөләймән), Илдар Ғүмәров (Сәйфулла), Айнур Ситдиҡов, күмәк сәхнәләштереүҙә театр артис­тарҙы уйнаясаҡ.
“Ат уйнатып алдан бара!” театр­лаш­тырылған тамашаһы республика милли һәм хәрби-тарихи музейҙары фондтары, А.Абдразаҡов исе­мен­дәге “Башҡортостан” ки­нос­тудияһы һәм архив эштәре буйынса ида­ралыҡ сығанаҡ­та­рына тая­нып башҡарыла. До­кументаль мәғ­лүмәттәр халыҡ йырҙары, хәрби йылдар ши­ғыр­ҙары, бе­йеү­ҙәр, фольклор менән үрелеп бара.
Тамашаға рәхим итегеҙ!
Әминә ҠОЛҒОНИНА.
Читайте нас: