Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Март 2021, 17:00

“Бала тап!”

Башҡортостанда “Бала тап!” проекты старт алды. Бер ни тиклем ғәжәберәк яңғыраһа ла, уның маҡсаты тормоштағы иң мөһим проблемаға - ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлауға, аборттар һанын кәметеүгә йүнәлтелгәнлеге менән ҙур иғтибарға лайыҡ.

Проектта республиканың ун ҡала һәм районынан 15 йәштән 40 йәшкә тиклемге ун мең ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша.Уларҙың араһында өлкән класс һәм урта махсус белем биреү йорттары уҡыусылары, балалар йорттары һәм социаль приюттар тәрбиәләнеүселәре, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар бар. Һәр районда һаулыҡ һаҡлау, белем биреү һәм социаль өлкә учреждениелары вәкилдәренән торған эшсе төркөм ойоштороласаҡ.

Яңыраҡ Салауат ҡалаһында “Бала тап” проекты эш башланы. Тәүге этапта ҡала дауаханаһы һәм “Ғаилә” хеҙмәте белгестәренән торған ирекмәндәр онлайн форматында үткәрелгән уҡыуҙа ҡатнашты. Икенсе этапта Өфө белгестәре күсмә сара ойошторҙо.

Эш ике майҙанда дауам итте. Мәғариф бүлегенең уҡыу-методик үҙәгендә дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Фәнилә Әхмәҙиева лекция уҡыны. Ҡала дауаханаһының конференция залында проект етәксеһе Диана Фәррәхова эштең маҡсаты менән таныштырҙы, гинеколог Светлана Хәмәтйәнова аборттарҙың сәләмәтлеккә зыяны хаҡында һөйләне.

”Бала тап!” проекты атайлыҡ һәм әсәлек мәсьәләләре буйынса вебинарҙар, лекциялар, тренингтар, тар белгестәр менән осрашыуҙар үткәргән тәьҫирле мәғлүмәт порталы булырға тейеш. Быларҙың барыһы ла йәштәрҙең ғаиләне планлаштырыу, балалар үҫтереү мәсьәләһенә етдиерәк ҡарауына, аборттар һаны кәмеүенә килтерәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: