Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Март 2021, 14:18

Йәш әсә юғалған

Белорет районында сәйер шарттарҙа өс йәшлек малайҙың 22 йәшлек әсәһе ғәйеп булған.

"Өфө-КП" матбуғат баҫмаһы белдереүенсә, үткән йомала Белорет ҡалаһында йәшәүсе йәш әсә өйөнән сығып китә. Ҡатынының ҡайтыуын көтөп ала алмаған ир полицияға ғариза яҙа. Уларҙың өс йәшлек кенә улдары бар.
"Быға тиклем дә юғалғаны бар ине... Әммә өс көндән һуң кире ҡайта торғайны. Кисә биш көн булды. Уның телефоны юҡ, бөтә дуҫтарҙы йөрөп сыҡтыҡ, шылтыратып һораштыҡ, бер кемдә лә юҡ. Һуңғы тапҡыр 1-се мәктәп янында күргәндәр. Улыбыҙ илауҙан туҡтамай, әсәһен саҡыра", - ти ире Владислав.
Әгәр ҙә Дарья Васильева тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белһәгеҙ, 02 һандары буйынса дежур бүлеккә шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "КП"
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: