Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Март 2021, 20:12

Йөк машиналары ҡамасаулай

"Ошо арҡала юлда тығын барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙә 20-30 минут буйы көтөргә мәжбүрбеҙ..."

Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына төрлө төбәктәрҙән сетерекле мәсьәләләр буйынса һорауҙар даими килә.
Бына шуларҙың сираттағыһы: “Стәрлетамаҡ – Красноусол трассаһы буйында урынлашҡан “Тандер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлеү базаһы янында һәр ваҡыт йөк машиналары тора, улар еңел машиналарға, “Ашығыс ярҙам”, янғын хеҙмәттәре техникаһына үтергә ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Бигерәк тә әлеге ҡышҡы осорҙа ошо арҡала юлда тығын барлыҡҡа килә, ҡайһы берҙә 20-30 минут буйы көтөргә тура килә. Зинһар өсөн әлеге ойошманың етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, сит тарафтарҙан килгән йөк машиналарын ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам итегеҙ. 2020 йылда бында туҡталышты тыйған билдә ҡуйылды, әммә бының менән проблема хәл ителмәне. Йөк машиналарына, ысынлап та, туҡтарға урын юҡ, шуға күрә улар юл ситендә торорға мәжбүр. Белеүебеҙсә, әлеге юл участкаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы биләмәһенә ҡарай. Юл ситтәрен ҡый үләндәре, ҡырағай саған баҫҡан...”
Был мөрәжәғәткә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов яуап бирҙе: “2021 йылдың 24 февраленә ҡарата йөк ташыусы ойошмалар менән йөктө графикка ярашлы ташыу мәсьәләһе тикшерелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Стәрлетамаҡ – Красноусол трассаһына 3.27-се һанлы “Туҡтау тыйыла” билдәһе ҡуйылды”.
Фото: "Инцидент - Менеджмент".
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: