Тыуған ерем, халҡым тип янып-көйөп йәшәгән ҡәләм оҫтаһының шиғырҙары шиғриәт һөйөүселәрҙең күңелен яулай. Шулай уҡ Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына билдәле композиторҙар тарафынан йөҙҙән ашыу йырҙар ижад ителгән.
Уға артабан да ижади уңыштар, ғаиләһенә именлек, сәләмәтлек теләйбеҙ.