Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Февраль 2021, 12:22
Сабыйын ҡосаҡлап ҡына өлгөргән...
Әлегә ир өс йәшлек ҡыҙына әсе дөрөҫлөктө асырға үҙендә көс таба алмай.
Өфөләге 3-сө бала табыу йортонда фажиғә - 28 йәшлек әсә ҡыҙын тапҡандан һуң кинәт вафат булған. Был хаҡта "Горобзор" порталы хәбәр итә.
15 февралдә ҡатындың сабыйын операция ярҙамында алғандар. Ире әйтеүенсә ,барыһы ла яҡшы үткән, әсә ҡыҙын ҡосаҡлап үбергә лә өлгөргән. Әммә операция урынына йөй һалғанда ҡатын иҫен юғалта...
Асыҡланыуынса, унда тромб барлыҡҡа килгән, һәм әсә күп тә үтмәй вафат булған. ”Шишәмбе көн барғанда мине реанимацияға индерҙеләр, ул саҡта иҫән ине әле. Шунан өйгә ҡайтып киттем, өлкән ҡыҙымды ауылға илттем. Өс сәғәттән ҡатынымдың вафат булғанын әйттеләр. Тромб шартлаған, тинеләр...” - ти ҡайғынан ни ҡылырға белмәгән Илнур Нурисламов.
Сабыйҙа пневмония булыуына шик тыуа. Бәхеткә күрә, ҡыҙ бала иҫән-һау, диагноз раҫланмаған.
Атай кеше ике сабый менән яңғыҙ ҡалды. Әле ир өс йәшлек ҡыҙына әсе дөрөҫлөктө асырға үҙендә көс таба алмай, “психолог ярҙамы кәрәк”, тип һанай ул. Балаларҙы өләсәйҙәре ҡараша, оло ҡыҙы әсәһен таптыра...
Ғаиләгә сабырлыҡ, иҫәнлек теләйбеҙ. Әгәр ҙә вафат булған Надежданың ғаиләһенә ярҙам итергә теләһәгеҙ, үҙегеҙ теләгән сумманы ошо картаға күсерә алаһығыҙ: 4276 0600 4550 2773 (Һаҡлыҡ банкы) – Илдар Данис улы Нурисламов.
Фото:Горобзор.ру
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Sabiyin-osa-lap-ina-lg-rg-n-691103/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?