Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Февраль 2021, 12:45

Яңғыҙ атай ярҙам һорай

Өфөнән яңғыҙ атай Виталий Кузьмин үҙенең өс айлыҡ улына медицина ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорай.

Яңғыҙ атайҙың тарихы хаҡында “Һин уға кәрәк” хәйриә берләшмәһе яҙған. Ир хәбәр итеүенсә, былтыр көҙ уның ете айлыҡ ауырлы ҡатыны ковид менән сирләгән һәм, ваҡытынан алда бала табып, мәрхүм булған. Яңы тыуған сабыйҙа гидроцефалия һәм сәләмәтлек буйынса башҡа етешһеҙлектәр табылған. Бындай балалар, ғәҙәттә, вегетатив хәлдә була.
Берләшмә ситтән тороп Мәскәүҙәге Вельтищев исемендәге педиатрия ғилми-тикшеренеү клиник институты менән консультация ойошторған. Улар баланы нейрохирургия операцияһы эшләргә саҡырған. Атай кешелә улының хәлен еңеләйтеү өмөтө уянған. Сабыйҙы алып барғанда, уның эргәһендә дауахананан медицина хеҙмәткәре булырға тейеш. Тик 17-се ҡала клиник балалар дауаханаһында, сәфәр малайға хәүефле тип, уны ебәрергә ҡурҡалар.
“Әле табиптар улымдың һыҙланыуҙарын еңеләйтә генә, тик уның ауыр хәлен үҙгәртәсәк саралар ҡабул итергә кәрәк. Барлыҡ вайымһыҙ булмаған кешеләрҙе ярҙам итергә саҡырабыҙ”, – тип яҙа ир һәм уның хәленә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, властарҙың, Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәрҙең иғтибар итеүен һорай.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: