Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 00:11

Гүзәл Уразова ҡыҙына кем тип исем ҡушҡан?

Сағыу сәхнә йондоҙо, популяр йырсы Гүзәл Уразованың дүртенсегә әсәй булғаны хаҡында хәбәр иткәйнек. Күптәрҙе ғаиләнең балаға ниндәй исем ҡушасағы алдан уҡ ҡыҙыҡһындырҙы.

Ата-әсә Инстаграмдағы сәхифәһендә яҙылыусыларҙан ҡыҙҙарына матур исем тәҡдим итеүҙәрен дә һорап яҙҙы. Быға яуаптар күп булды.
"Исем тәҡдим иткән һәр кемгә рәхмәт. Ныҡ ярҙам иттегеҙ. Беҙ һайлап ҡуйған исемде яҙыусылар ҙа булды. Бергәләшеп тағы уйланыҡ. Һөҙөмтәлә ҡыҙыбыҙға Ариана тип исем ҡуштыҡ. Беҙҙең кескәй ҡыҙыбыҙ - Ариана Илдар ҡыҙы", - тип яҙҙы йырсы социаль төркөмдәге сәхифәһендә.
Бәләкәс бәхетле үҫһен, ата-әсәле булһын!
Фото: Гүзәл Уразованың шәхси архивынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в