Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Февраль 2021, 00:23

Һеҙ ниндәй формала?

Бының өсөн еңел генә бер күнегеү эшләргә кәрәк. Оҙаҡ ваҡыт та сарыф ителмәй.

Йәғни физик хәл-торошоғоҙ нисек? Әгәр ҙә, “шәп”, тип яуаплап та, һуңынан быға үҙегеҙ ышанмайыраҡ торһағыҙ, тикшереп ҡарай алаһығыҙ. Түбәндә бәләкәй генә һынаунамә. Белгестәр өйрәтә.
Бының өсөн еңел генә бер күнегеү эшләргә кәрәк. Оҙаҡ ваҡыт та сарыф ителмәй.
Шулай итеп, башлайбыҙ.
Бүлмәнең иркенерәк еренә килегеҙ. Ҡулығыҙҙы алға һуҙығыҙ. Аяҡтарығыҙҙы һүрәттәге кеүек ишеп ҡуйығыҙ (скрестите). Артабан әкрен генә сүкәйегеҙ.
Бер кемдән дә ярҙам һорамағыҙ! Тотонмағыҙ!
Булдымы? Иҙәнгә ултырығыҙ. Хәҙер кире тороғоҙ. Әкрен генә. Иҙәнгә таянмай ғына.
Һәм һөҙөмтәләрҙе иҫәпләйек.
Был күнегеүҙе эшләһәгеҙ, 10 мәрәй яҙыла.
Берәй ҡайҙа тотондоғоҙмо? Таяндығыҙмы? Эйе, икән, һәр терәк өсөн 2-шәр мәрәйҙе алып ташлағыҙ.
Күнегеүҙе эшләгәндә проблема булдымы? Йәғни, йығыла яҙып, сайҡалып ҡуйҙығыҙмы? Шулайтһағыҙ, йәнә 1 мәрәйҙе алығыҙ.
Ултырҙығыҙ ҙа тора алманығыҙмы? Йәки ултырыуы ла бик ҡыйын булдымы? Эйе, тигән яуапҡа – 2 мәрәйҙе алып ташлағыҙ. Ике һорауға ла “эйе” булһа, 4 мәрәй алына.
Хәҙер һанайбыҙ. Әгәр ҙә 8 – 10 мәрәй килеп сыҡһа, һеҙ – бик яҡшы формала!
6 – 7 мәрәй: барыһы ла яҡшы, тик тағы ла яҡшыраҡ булһын өсөн тырышырға кәрәк.
3 – 5 мәрәй: һаулығығыҙ тураһында уйларға ваҡыт.
3 мәрәйгә тиклем: бик насар.
Әйткәндәй, һөҙөмтә насар икән, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Һеҙҙе был күнекмәне ҡабатлауҙан берәү ҙә тыймай. Тәүге мәртәбә эшләй алмаһағыҙ, рәхим итеп, икенсе, өсөнсө тапҡырға ынтылып ҡарағыҙ.
Фото: vk.com
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: