Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 11:40

Тотош ғаилә ағыуланған...

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән ғаилә өсөн бөгөнгө көн фажиғәгә әйләнә яҙа.

Тыныс урамындағы торлаҡ йортта ҡорамалдарҙың төҙөк булмауы сәбәпле газ сыға. 15, 17 йәшлек үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәһе ағыулана, бәхеткә күрә, иҫән ҡалалар.
“Ашығыс ярҙам” бригадаһы зыян күргәндәргә медицина ярҙамы күрһәтә, тотош ғаилә әле дауаханала.
Ҡотҡарыусылар көнкүреш газы ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Әгәр ҙә киҫкен газ еҫе тойһағыҙ, кранды ябырға, электр утын яндырмаҫҡа, зажигалка ҡабыҙмаҫҡа кәңәш итәләр.
Фото: novostipmr.com
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: