Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 14:30

"Әрпешһең дәһә: ирең нисек яратһын?”

Әминә һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡалынайҙы, ике эйәкле булыуы, беләктәренең һәленеп төшөүе, итләс бите ҡатынды үҙенең йәшенә ҡарағанда күпкә ҡарт күрһәтә. Ә ысынында иһә ул иллене яңы саҡ түңәрәкләне.

Таныштары уның йәш сағын былай хәтерләй: оҙон толом ҡыҫҡа буйына шул хәтлем килешә, билдең нәҙеклегенә ҡырмыҫҡа көнләшерлек, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡаштар, сейә ирен, ҡыҫҡаһы, ирҙәрҙе бер күреүҙә ғашиҡ иттерерлек.

Әйткәндәй, әхирәттәре лә унан ситләште, хәҙер ултырып бер һөйләшерлек, сер бүлешерлек кешеләре лә юҡ. Армиянан алып ҡалған улы менән генә йәшәй, ире бүтән йәш бер ҡатынға сығып киткән.

“Мине яратманы, шуға башҡаға эйәләне”, – тип оҙаҡ һыҡтап йөрөгән ул. “Үҙеңде ҡара, бөхтә йөрө. Ир бит ул - әрпеш ҡатынды нисек һөйһөн?” – тип әллә күпме кәңәш биргән дә бит әхирәттәре... “Өйрәтмәгеҙ, күпме теләйем – шунса ашайым, туйғансы йоҡлайым, донъяһы ҡыйрап ятмаймы ни...” – ошо уйында ҡала һаман Әминә, үҙе һаман иренең ташлап киткәненә зарланыуҙан туҡтамай.

...Ҡатын-ҡыҙ – гүзәллек өлгөһө. Ул үҙенең матурлығы, ҡупшылығы менән һоҡландырып, ирен яңы үрҙәргә дәртләндереп, балаларына өлгө күрһәтеп йәшәргә тейеш. Ошо сифаттарығыҙҙы бер ҡасан да юғалтмаһағыҙ ине...

Фото: Т.Роза

Автор: Ильдар Акьюлов
Читайте нас: