Тейешле бойороҡҡа республика етәксеһе ҡул ҡуйған.
Форум Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән уҙғарыла. Сара республиканың Ғафури районында була.
Хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов һәм Башҡорт ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендәге ойоштороу комитетына форумды үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы матбуғатта форум сараларын яҡтыртыуҙы тәьмин итергә тейеш.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы