15 февраль - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө. Ошо уңайҙан үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалы студенттары өсөн «Хәтер һөйләһен...» тип исемләнгән фәһемле патриотик-тәрбиә сәғәте үткәрҙе. Сараға “Патриот” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, хәрби хәрәкәт ветераны, яугир-интернационалист Айрат Йәрмөхәмәтов саҡырылды.
Айрат Әлмей улы үҙенең тормош юлы, 1979-1989 йылдарҙа Афғанстан Республикаһында хеҙмәттә булған райондаштарыбыҙ, уларҙың яҙмышы тураһында һөйләне.
- Эйе, дошмандар менән осрашырға, бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килде. Ул йылдарҙы күҙ алдына килтерһәң, бигерәк тә һәләк булып ҡалған егеттәрҙе иҫкә төшөрһәң, әле лә ҡыйын, күңелдә төҙәлмәҫлек яралар ҡалған. Ләкин иҫән ҡайтҡан яугирҙарыбыҙ менән осрашып, уларҙы иҫкә алабыҙ, бергә хеҙмәт иткән сит тарафтарҙағы дуҫтарыбыҙҙы ла онотмайбыҙ, аралашып йәшәйбеҙ, - тип һөйләне яугир-интернационалист.
Уның фәһемле сығышы тәьҫирендә уҡыусылар бынан 32 йыл элек булып үткән ваҡиғалар солғанышында ҡалды. Тын да алмай ветерандың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланылар. Егет-ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, яуаптар алып ҡәнәғәтләнде. Осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Йылдар уҙған һайын, ҡанлы ваҡиғалар йырағая, иҫтәлектәр тоноҡлана барһа ла, әле һаман да “Афғанстан” һүҙе ғәзиз улдары таш-ҡаялар араһында башын һалған бик күп ағай- апайҙарыбыҙҙың йәндәрен тетрәндерә, интернациональ бурыстарын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙҙең яраларын ҡуҙғата, йөрәктәрҙе телгеләп, иҫкә төшөрөп тора. Киләсәк йәш быуынға ундай мәхшәрҙе күрергә яҙмаһын. Донъялар тыныс булһын.
Эльмира РАФИҠОВА, китапханасы.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.