Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 12:37

Табип коронавирус менән ҡан төркөмөнөң үҙ-ара бәйләнеше тураһында хәбәр итте

Донъя ғалимдары яңы коронавирус инфекцияһын өйрәнеүҙән туҡтамай.

Тикшереү йүнәлештәренең береһе – ауырыуҙың һәм ҡан төркөмөнөң бәйләнешен эҙләү. Европа Медицина Үҙәгенең дөйөм практика табибы Анна Кулинкович «Прайм» агентлығына ошо бәйләнеш тураһында һөйләне һәм әлегә бер нисә ошондай эш башҡарылыуын, уларҙың күләмле булмауын, ләкин билдәле тенденцияны асыҡлауҙарын билдәләне.
«Ауырығандар араһында иң аҙы – I ҡан төркөмөнә эйә булған кешеләр. Ә бына II, IV ҡан төркөмөнә ҡарағандар йышыраҡ һәм ауырыраҡ сирләй», — тип хәбәр итте табип.
Беренсе ҡан төркөмөнә ҡараған кешеләрҙә тромбоэмболия һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре башланыу хәүефе түбәнерәк. IV төркөмгә эйә пациенттарҙа инфекция ҡатмарлыраҡ үтә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в