Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 12:42

Робот ярҙамында тәүге операция!

Уның барышына Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов үҙе етәкселек иткән.

Республика хирургтары бик ҡатмарлы операцияны робот ярҙамында уңышлы башҡарып сыҡҡан.
Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Башҡортостан дәүләт медицина университетының хирургтар командаһы баланың тыумыштан сирле бөйөрөнә коррекция үткәргән.
Операцияны ассистент-робот ярҙамын файҙаланып башҡарғандар, уның барышына университет ректоры Валентин Павлов етәкселек иткән. Асыҡланыуынса, бындай ҡатмарлы операция Башҡортостанда тәүге тапҡыр эшләнгән.
”Балалар хирургияһында был ҙур алға китеш. Робот техникаһын ҡулланыу беҙҙе яңы кимәлгә алып сыға, операция бәләкәй генә тишемдәр, юғары теүәллек менән ҡыҫҡа ваҡытта яһала”, - ти табиптар.
Фото: UfaTime.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Robot-yar-aminda-t-ge-operatsiya-682315/
Читайте нас: