Даирә
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Февраль 2021, 17:02

Фатирҙа... ҡара йылан

Хужалар бесәйҙәренең үҙен бик сәйер тотоуына иғтибар итһәләр...

Салауат ҡалаһында теркәлә был хәл. Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы йорт фатирҙарының береһендә йәшәүселәр бесәйҙәренең үҙен бик сәйер тотоуына иғтибар итәләр. Бесәй баҙҙан килтерелгән картуф биҙрәһенә ҡарап енләнә, ыҫылдай.
Шул ваҡыт хужалар картуф араһында йыланды шәйләп ҡалалар. Ҡоттары осоп, муниципаль янғын һағы хеҙмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр.
“Выбор” гәзите хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыусылар килгәндә йылан биҙрәнән сығып, аяҡ-кейеме кәштәһенә менеп “ҡунаҡлай”.
“Йылан ағыулы булып сыҡты. Янғын һүндереүсе Илһам Мусин махсус кейемдә, яраҡлаштырылған ҡорал менән, бөтә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен күҙәтеп “саҡырылмаған ҡунаҡ”ты фатирҙан алып сыҡты”, - тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Күрәһең йылан һыуыҡтан һаҡланып, баҙға төшкән һәм уны картуф менән бергә йортҡа алып ҡайтҡандар.
Фото: Салауат ҡалаһының муниципаль янғын һағы хеҙмәтенән.
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Fatir-a---ara-yilan-682846/
Читайте нас в