Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 22:06

Күп балалы ғаиләлә - фажиғә

Бәпескә ике ай ғына булған...

Республиканың Бәләбәй районының Знаменка ауылында йәшәгән күп балалы ғаилә фажиғәле хәлгә тарыған. Улар таң менән бәпестәренең үлгәнлеген асыҡлаған. Сабыйға ни бары ике ай тулған булған.
Асыҡланыуынса, күп балалы әсә бәләкәй ҡыҙын төнгөлөккә йоҡларға коляскаға һалған, ә иртән торғас, үлеп ятҡанын күргән.
"Ғаилә полицияның территориаль бүлегендә имен түгелдәр иҫәбендә тора. Әсәләре иҫерткес эсемлектәр ҡуллана, әллә нисә тапҡыр балаларын тейешле тәрбиәләмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған", - тип хәбәр итә прокуратураның матбуғат хеҙмәте.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Прокуратураһы Бәләбәйҙең район-ара прокурорына был хәл буйынса тикшереү үткәрергә ҡушҡан. Ведомство социаль хәүефле хәлдәге ғаиләләр менән иҫкәртеү эше алып барырға тейешле учреждениеларҙың үҙ бурыстарын нисек үтәүен тикшерәсәк.
Баланың үлеме буйынса "яңылышлыҡ менән үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: gorodche.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в